Белем һәм тәрбиә
2 Июнь 2021, 15:00

Балаларҙың йәйге ялы башланды

"Был мөмкинлектән файҙаланығыҙ һәм ғаилә бюджетын экономиялағыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәтте район мәғариф бүлектәрендә алырға була".

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша белдереүенсә, әле бар республиканан 31520 бала ҡала ситендәге һәм мәктәп янындағы лагерҙарға йүнәлгән.
“Беҙ 1 июндән балаларҙың йәйге ялы миҙгелен башланыҡ. 478 учреждение асылды, яҡын арала был һан ике тапҡырға тиерлек артасаҡ - 785-кә етәсәк. Ихтыяж бик ҙур. Быға балаларҙың туристик кешбэгы программаһы ла ярҙам итә. Уның буйынса юллама хаҡының 80 процентҡа тиклемен ҡайтарып буласаҡ. Бының өсөн мирпутешествий.рф сайтында “Мир” түләү картаһы ярҙамында юллама һатып алырға кәрәк. Бер нисә көн эсендә хаҡының яртыһы ата-әсә иҫәбенә әйләнеп ҡайтасаҡ. Ә республика йәнә 30 процентын ҡайтарасаҡ.
Был мөмкинлектән файҙаланығыҙ һәм ғаилә бюджетын экономиялағыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәтте район мәғариф бүлектәрендә алырға була.
Балаларыбыҙ тыныс, хәүефһеҙ ял итһен, ҡыҙыҡлы итеп йәйге ялын үткәрһен, көс туплаһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ", - тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге социаль селтәре.
Читайте нас