Республикала йәштәрҙең һөнәр ориентацияһы буынса “Киләсәк командаһы” порталы үҙгәртелде. Хәҙер унда “Башҡортостан Республикаһының яңы һөнәрҙәр атласы” ла ҡуйылған.
“Башҡортостан профориентация буйынса алдынғылар сафында. Беҙ алдыбыҙға балаларҙың 6-сы кластан уҡ үҫеш траекторияһы тураһында уйлана башлауы бурысын ҡуябыҙ. “Киләсәк командаһы”ның яңыртылған порталы йәштәргә баланың һәләтенә тура килгән һөнәр һайларға һәм үҙенсәлекле үҫеш юлы һайларға – ҡайҙа уҡырға һәм артабан ҡайҙа эшләргә кәрәк икәнен самаларға ярҙам итәсәк, – ти республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.
Проект нигеҙендә Стратегик инициативалар агентлығы менән Мәскәүҙең “Сколково” мәктәбенең идеялары һәм методик эшләнештәре ята. “Атлас”та киләсәге өмөтлө тармаҡтарҙың бөгөнгө һәм артабанғы образдары, алдағы 10-15 йылда барлыҡҡа киләсәк 131 яңы һөнәр күрһәтелгән.
Фото: https://pravitelstvorb.ru.