Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Белем һәм тәрбиә
2 Июнь 2021, 15:30
Программа яңы һөнәр алыуға булышлыҡ итә
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ WorldSkills стандарттары буйынса квалификация күтәреү программаһында ҡатнаша.
17 майҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты “Бизнес-проектлау технологиялары” (“Эшҡыуарлыҡ” йүнәлеше буйынса Ворлдскиллс стандарттарын иҫәпкә алып) квалификация күтәреү программаһын ғәмәлгә ашыра башланы.
Яҡын көндәрҙә бында “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында белем биреү процесын ойоштороу технологиялары” һәм “Балаларға музыкаль белем биреүҙә компетентлы алымды ғәмәлгә ашырыу практикаһы һәм методикаһы” тип аталған программалар эш башлаясаҡ.
"Былтыр беҙҙең уҡыу йорто Рәсәй Мәғариф министрлығының һәм “Йәш профессионалдар (Ворлдскиллс Рәсәй)” союзының ошоноң ише программаһында ҡатнашҡайны. Ул саҡта беҙҙең майҙансыҡтарҙа 80-дән ашыу кеше уҡып, Ворлдскиллс хәрәкәте стандарттары буйынса имтихандар тапшырҙы. Уҡыу йортонда булдырылған оҫтаханаларҙың эш табыу йәһәтенән ҡыйынлыҡ кисергән кешеләргә яңы һөнәрҙәргә эйә булыу йәһәтенән ярҙамға килеүе – ҡыуаныслы хәл", - тип билдәләне БДПУ ректоры Салауат Сәғитов.
Билдәле булыуынса программаның төп маҡсаты – айырым категорияға ҡараған граждандар өсөн һөнәри белем биреүҙе ойоштороп, уларға яңы һөнәрҙәргә эйә булыу, булған белемен, оҫталығын камиллаштырыу мөмкинлеге тыуҙырыу.
“Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” тип аталған был программа Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт тарафынан федераль бюджет иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла. Унда түбәндәге категорияға ҡараған кешеләр ҡатнаша ала:
- эш эҙләп, мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүселәр;
- 50 һәм унан өлкән йәштәгеләр;
- хаҡлы ялға сығырға йыйыныусылар;
- өс йәшкә тиклемге балаһын ҡарап отпускта булған ҡатындар;
- мәктәпкәсә йәштәге балаһы булып, бер ҡайҙа ла эшләмәгән ҡатындар.
Программала ҡатнашыу өсөн “Работа в России” сайтында теркәлергә кәрәк:
https://trudvsem.ru/
Фото: БДПУ сайты.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"