Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Июнь 2021, 21:23

Ауыл мәктәбендә – һигеҙ спорт объекты!

Уңышлы проекттарҙың береһе – “Еңеү йүгереүе”нә күптәр ҡушылған.

Төрлө саҡ була, алдан һөйләшелгән осраҡта ла, ят урынға барыр алдынан йә ҡаушайһың, йә аяҡтарың тартмағандай хис итәһең. Ә бына Лағыр ауылына тәүге тапҡыр аяҡ баҫһам да, үҙемде һис тә сит кеше тип иҫәпләмәнем, киреһенсә, теләп барҙым. Ауылдың төҙөклөгө, кешеләрҙең матур итеп донъя көтөүе шунда уҡ күҙгә ташланды.


Ауыл ғына түгел, мәктәп тә күркәм. Ул 2001 йылда сафҡа ингән. Ике ҡатлы объект Белоруссия проекты буйынса һалынған. Бер ҡыйыҡ аҫтында мәктәптең дә, балалар баҡсаһының да булыуы һәр йәһәттән дә отошло, тип билдәләнеләр.


Лағыр мәктәбендә 2020/21 уҡыу йылында 93 малай һәм ҡыҙ белем алған. XI класты иһә бер егет һәм дүрт ҡыҙ тамамлаған. Мәктәп директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ринат СИТДИҠОВ менән белем һәм тәрбиә үҙенсәлектәре хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Тыуған яҡ тарихын өйрәнгән һәм шәжәрәләр төҙөгән Ринат Даян улы – “Йыл директоры” (2021 йыл) республика конкурсы еңеүсеһе, В.А. Сухомлинский исемендәге “Йөрәгемде балаларға бирәм!” миҙалы менән бүләкләнгән.


– Бөгөнгө балаларға ниндәй сифаттар хас? Директорҙың ошо хаҡтағы фекерен белге килә.

– Балалар хәҙер шул хәтлем аҡыллы һәм итәғәтле, бер үк ва­ҡытта тәрән белемле лә. Һәр береһе менән рәхәтләнеп әңгәмә­ләшергә мөмкин, барыһының да төплө фекере, ныҡлы позицияһы бар. Беҙҙә сығары­лыш класс уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына инеүе 80 процент тәшкил итә икән, был – ифрат яҡшы күрһәткес. Тағы ла бер үҙенсәлекле күренеш: шәхсән үҙем кабинетымды бер ҡасан да йоҙаҡҡа бикләп йөрөмәйем. Ул һәр кем өсөн асыҡ, сөнки балаларҙың башында тик изге уйҙар булыуын беләм.
– “Мәктәп балаһына таҡта һөр­төргә яраймы-юҡмы?” тигән бәхәс интернет киңлектәрендә тынмай. Ошоға нисек ҡарайһығыҙ?

– Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та шундай бер күренеште телгә алмау мөмкин түгел. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, хәҙер ауылдарҙа ҡайһы бер ғаиләләр бөтөнләй мал аҫрамай, хатта һыйыр малы ғына түгел, кәзә-һарыҡ та тотмай, ҡош-ҡорттары ла юҡ. Улай ғына ла түгел, йәшелсә, еләк-емеш тә үҫтермәй­ҙәр, беҙ “икенсе икмәк” тигән картуфты ла сәсмәй­ҙәр. Быларҙың береһе лә булмағас, малға һыу эсереү, аҙбар һәм ялан-кәртәне таҙартыу, бесән сабыу ке­үек эштәр ҙә юҡ. Тимәк, был ғаи­ләлә үҫкән балалар физик эште генә түгел, хеҙмәт тәрбиәһен дә күрмәй. Дөрөҫ, улар тәрбиәле, тәр­типле, нимә ҡушһаң, шуны үтәргә ашҡына. Минеңсә, хеҙмәт кенә уңышлы шәхесте тәрбиәләй. Уның йәмғиәттә әһәмиәте ҙур, айырыуса йәш быуын өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Уны бер нимә лә алмаштыра алмай.
Балалар таҡта һөртә-һөртө­үен, ә бына кабинеттарҙы һәм бүл­мә­ләрҙе йыйыштырыу-таҙартыу тәғәйен бер компания ҡара­ма­ғында.
– Элек атай-әсәй колхоз эше­нән бушамаһа ла, балалар менән өлкәндәр араһында ныҡлы бәй­ләнеш һаҡланды. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бөгөн был йәһәттән хәлдәр нисек? Бала­ларға ғаиләлә тейешле иғтибар бармы?

– Ысынлап та, элек өлкәндәр таң һарыһынан ҡара кискә тиклем бил бөктө. Хәҙер ҙә шулай. Ҡайһы ғаиләне алып ҡараһаң да, иртән эшкә сығып киткән әсәй кеше кис еткәс кенә өйөнә ҡайтып инә. “Балаларым тиҫтерҙәренән кәм-хур булмаһын” тигән маҡсаттан ошо юлды һайларға мәжбүр ул. Ярай, көн дә ғәзиздәрен күрә, хәлдәрен дә белешәлер, тамаҡтарына ла хәстәрләйҙер. Ә бына оҙон аҡса юллап, ике-өс айға, хатта ярты йылға йәһәннәмгә сығып киткән атайҙы ҡошсоҡтары һағынып бер була, юҡһынып үҫә. Бына һеҙ телгә алған ошо бәләкәй генә иғтибарҙы беҙ, уҡытыусылар, мәктәптә биреп еткерергә тырышабыҙ.
– Ринат Даян улы, барыбер ҙә атай-әсәй һөйөүен бер кем дә бирә алмайҙыр...

– Уныһы шулай. Беҙ мәктәптә түңәрәк­тәрҙең эшмәкәрлеген төр­ләндереү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырабыҙ. Мәҫәлән, “Бер юл” тип аталған шаяндар һәм отҡорҙар командаһы (КВН) йылдан-йыл сағыу сығыш­тары менән һоҡ­ландыра. Респуб­ликабыҙ буйынса ике тап­ҡыр – алтынсы һәм һигеҙенсе миҙгелдә беренсе урынды яулап ҡыуандырҙы үҫмерҙәр.
Бынамын тигән хоккей майҙан­сығы бар, уйындар яйға һалынған. “Аҡбуҙат” коман­даһы еңеү артынан еңеү яулай. Районда йыш ҡына чемпион исеменә лайыҡ булы­уыбыҙ – маҡтаныу түгел, ғәмәлдә спортҡа йөҙ менән боролоу ул. Шулай уҡ еңел атлетика, саңғы кеүек спорт төрҙәренә лә теләп ылыға ҡыҙҙар һәм егеттәр.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хә­биров Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайға “Беҙ – тырыштар! Хыялдарҙы тор­мошҡа ашы­рырбыҙ!” тигән Мөрәжәғәт­намә ме­нән сығыш яһаны. Унда: “Рес­пуб­ликабыҙ “Спорт көрәшен – мәктәп­тәргә!” федераль про­грам­маһының пилот майҙан­сы­ғына әүерелде. Әле беҙ көрәш келәме тү­шәлгән тиҫтәләрсә спорт залын йыһаз­лан­дыра­быҙ”, – тине Радий Фәрит улы.

– Милли көрәш беҙҙә ныҡ үҫешкән. Малайҙарҙы бәләкәйҙән келәмгә баҫтырыу үҙен аҡлай. Улар мыҡты кәүҙәле, ҡыйыу һәм көслө булып буй еткерә. Бил бирмәҫ көрәшселәрҙе пьедесталдың иң бейек баҫҡысында күреү – бик тә ҡыуаныслы ҡаҙаныш. Әйткәндәй, беҙҙең бәләкәй генә мәктәптә һигеҙ спорт объекты иҫәпләнә. Спорт залы, спорт майҙансығы, хоккей май­ҙансығы, көрәш залы, күнекмә бүлмәһе, физ­культура кабинеты, уйын майҙансығы бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, уҡыусы бала­ларға спорт менән шөғөлләнеү өсөн һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар тыуҙырылған.
– Һеҙҙә бер нисә мәктәп проекты бар. Белеүемсә, уҡыусы­лар марафонда ла йүгерә. Ысынлап та, ул билдәләнгән ара 42 километр 195 метр тәшкил итәме?

– Эйе, мәктәп проекттарының береһе – “Еңеү йүгереүе”. Кисәге­ләй иҫемдә, 1980 йылда Бөйөк Еңеүҙең 35 йыллығы уңайынан Ла­ғыр ауылынан район үҙәге Мала­яҙға хәтлем йүгереү ойошторҙолар. Унда бик күп кешенең ҡатнашы­уына хайран ҡалғайным. Берәүҙе лә өгөтләп алып килмәнеләр. Ошо күркәм башланғысты ниңә дауам итмәҫкә? 2015 йылда 13 уҡыусы ҡатнашлығында “Лағыр – Малаяҙ” араһын йүгереп үттек. Ҡыҙыҡ, беҙҙең Лағырҙан Үрге Ҡыйғы ауылына (Ҡыйғы районы үҙәге) һәм Мәсәғүткә, (Дыуан районы үҙәге) шулай уҡ 42-шәр саҡрым. “Лағыр – Үрге Ҡыйғы” йүнәлеше буйынса 2017 йылда марафон ойошторһаҡ, ике йылдан һуң уны “Лағыр – Мәсәғүт” маршруты буйынса ҡабатланыҡ. Ә 2019 йылда стереотипты “һындырҙыҡ” тиергә лә мөмкин йәки марафонды саҡ ҡына үҙ белдегебеҙ менән һуҙҙыҡ, сөнки Лағырҙан алып Усть-Ҡатау ҡалаһына хәтлем 65 саҡрым.
Ғөмүмән, “Еңеү йүгереүе” – уңышлы про­ект­тарҙың береһе. Нәсибаш, Торналы һәм Янғантау ауылдары спортсыларының да беҙгә ҡушылыуына, сафтарҙың артыуына ҡыуандыҡ. Балаларға физик һәм илһөйәрлек тәрбиәһе биреү маҡсатын да күҙ уңында тоттоҡ.
– Ошондай күнекмәләр армияға барасаҡ малайҙар өсөн айырыуса кәрәк. Шул фекер менән килешәһегеҙме?

– Әлбиттә. Сираттағы проектта­рыбыҙҙың береһе “Иң яҡшы ил һаҡсыһы” тип атала. Бәйге мәктәптә йыл да уҙғарыла, ун төрлө һынауҙы үҙ эсенә ала. Йәнә респуб­ли­кабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондары өсөн ойошторолған “Батыр көнө” йәмәғәтселек тарафынан ҙур хуплау тапты. Ул – көслөләр ярышы. Көрәштә, гер күтәреүҙә, уҡ атыуҙа, ҡул көрәшендә көс һынаша егеттәр. Быларҙың барыһы ла – үҫмерҙе әрме хеҙмәтенә әҙерләүҙең бер юлы.
– Ринат Даян улы, Башҡорт­ос­танда “Янғантау” геопаркы булдырылыуын ишетеп һөйөн­дөк. Ә бына Лағыр мәктәбенең ошо геопаркка ниндәй ҡағылышы бар?

– Салауат районында Рәсәйҙәге беренсе геопарк төҙөлдө. Ул район хакимиәте һәм “Янғантау” шифа­ханаһы башланғысы менән бар­лыҡ­ҡа килде. Маҡсаты – матди һәм матди булмаған мәҙәни ми­раҫты, урындағы ҡомартҡыларҙы һаҡлау. Шул уҡ ваҡытта райондың иҡтисадын үҫтереү өсөн туристарҙы күпләп йәлеп итеү ҙә – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Турист маршруттарының билдәләнеүе, ял урындарының асылыуы, ғилми эштәрҙең башланып тороуы – шуға асыҡ миҫал.
Маршрутта Лаҡлы һәм Янғантау мәмерйәләре, башҡа билдәле урындар менән бер рәттән Лағыр ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейының да булыуы – шатлыҡлы күренеш. Беҙгә килгән туристар боронғо замандарҙа йәшәгән йәнлектәрҙең һөйәктәрен һәм ҡалдыҡтарын күрәсәк.

Бынан тыш, егеттәр һәм ҡыҙҙар туристарға ярты сәғәтлек спорт шоуы күрһәтәсәк. Милли көрәш, хәнйәр һелтәү, һөңгө ырғытыу, мәргән уҡсы, ҡылыс уйнатыу, сыбыртҡы шартлатыу һәм этнобарабан – шуға асыҡ дәлил.
– Бер мәктәптә өс музейҙың булыуы балаларға нимә бирә?

– Тыуған яҡты өйрәнеү музейынан олоһо ла, кесеһе лә өҙөл­мәй. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәбир Ғәлимовтың музейында булғандар унан сығырға ашыҡмай. Сәғәттәр музейы иһә ваҡыттың бер ҡасан да туҡтамауын аңлата. Музейҙар экспонаттар менән даими тулыланып тора.
– Һәр белем усағы арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота. Һеҙ кемдәр менән ғорурланаһығыҙ?

– БАССР-ҙың халыҡ артисы Зәкирйән Ханов, Рәсәйҙең атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре, Башҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмә­кәре Риф Сөләймәнов, Баш­ҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Хәбир Ғәлимов, Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Ғәлина, йәш популяр йырсы Фәриҙә Ғаззалова кеүек сәнғәт әһелдәре, дәүләт һәм йәмә­ғәт эшмәкәре Рәфҡәт Моратов, кү­ре­некле ғалим Дияс Йәнтүрин, Башҡорт­остандың атҡаҙанған юрисы Марат Вәкилов, отставкалағы полковник Адик Шәрипов, үткер ҡәләмле журналист, Башҡортос­тандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова (уны күптәр З. Әйле тип тә белә) һәм башҡалар – лағырҙар өсөн ҙур ғорурлыҡ.
– Ринат Даян улы, һорауҙарға ентекле яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт!


Салауат районы.
Читайте нас: