Бөгөн, 3 июндә, республикабыҙҙың сығарылыш кластары уҡыусылары тәүге төп Берҙәм дәүләт имтиханын – рус теленән һынау тапшыра.
Белеүебеҙсә, быйыл пандемия арҡаһында, йәғни СанПиН талаптарына ярашлы, был фәндән БДИ ике көнгә бүлеп ойошторола. Бөгөн йәмғеһе 9917 кеше һынау тотһа, иртәгә, 4 июндә, 6913 кеше имтихан бирәсәк.
Республикалағы 114 имтихан тапшырыу пункты ентекле әҙерләнде. Улар төрлө яҡлап, айырыуса “Роспотребнадзор” идаралығы ҡуйған талаптар йәһәтенән ныҡлы тикшереү үтте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2020-2021 уҡыу йылында “Рус теле” уҡыу фәне буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре юғары белем биреү ойошмаларының бакалавриат һәм специалитет программалары буйынса уҡырға инергә йыйынған егет һәм ҡыҙҙарҙың аттестатында иҫәпкә алынасаҡ.
Уҡыусыларға уңыштар теләйбеҙ!