Баш ҡалабыҙ Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты лайыҡлы рәүештә милли кадрҙар әҙерләү урыны тип һанала. Белем усағы бик күп йәш быуынға оло тормошҡа юллама бирҙе. Интернат республикала ғына түгел, унан ситтә лә абруй һәм дан ҡаҙанған ғалимдар, инженерҙар, агрономдар, уҡытыусылар, яҙыусылар, журналистар, рәссамдар, композиторҙар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен тәрбиәләп сығарҙы.
Бөгөн дә гимназия-интернат уҡыусылары һәр яҡлап һәләтле. Төрлө олимпиада-ярыштарҙа ла үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Улар белемле лә, һәләтле лә, әүҙем дә.
Данлыҡлы уҡыу йортоноң бөгөнгө тормошо, киләсәккә пландары, уңыштары, яңы уҡыу йылына ҡабул итеү шарттары тураһында мәғлүмәт алыу өсөн йәш, дәртле, алдынғы ҡарашлы, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен эшлекле, талапсан етәксе итеп танытҡан директор Илнур СӘЛИХОВҡа мөрәжәғәт иттек.
– Илнур Рифат улы, һәләтле балалар менән эш тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
– Бөгөн беҙҙең уҡыу йортонда республикабыҙ райондарынан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә килгән 675 уҡыусы белем ала. Үҙ һөнәрен яратҡан, тәжрибәле уҡытыусыларҙан, тәрбиәселәрҙән торған педагогия коллективы балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүгә, төрлө яҡлап, бигерәк тә интеллектуаль һәләттәрен үҫтереүгә ҙур көс һала. Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ҡатнашып, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүе, еңеүҙәр яулауы, юғары уҡыу йорттарына инеүе беҙҙең эш һөҙөмтәһен дәлилләй.
Олимпиадалар бер нисә этапта – мәктәп, муниципаль, республика, федераль кимәлдә уҙғарыла. Уҡыусыларыбыҙ мәктәп этабында бик әүҙем ҡатнаша, бер нисә предмет буйынса үҙҙәрен һынап ҡарап, күптәре муниципаль кимәлгә үтә. Ә инде республика олимпиадаһында ҡатнашыу хоҡуғы яулағандар менән айырым, өҫтәмә эш алып барыла. Улар менән шөғөлләнеү өсөн ситтән белгестәрҙе, шулай уҡ быға тиклем олимпиадала еңеп, юғары уҡыу йорттарына ингән студенттарыбыҙҙы ла йәлеп итәбеҙ. Ғөмүмән, тырыш, әүҙем, маҡсатлы балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Һуңғы өс йылда был йүнәлештә ыңғай үҫеш күҙәтелә – республика олимпиадаларында призлы урындар яулаған уҡыусыларыбыҙҙың һаны арта.
Юғары уҡыу йорттары ла студенттарҙы йәлеп итеү маҡсатында саралар ойоштора. Байтаҡ уҡыусыбыҙ олимпиадаларҙа алдынғы урын яулап, уҡыу йылы барышында уҡ уҡырға саҡырыу алды. Быйыл Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты ла олимпиадалар ойошторҙо. Медицина йүнәлеше буйынса уҡыған балаларыбыҙ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, еңеүселәр исемлегенә инде. Ошо университетты һайлаһалар, улар өҫтәмә стипендия алыу хоҡуғына ла эйә буласаҡ.
– Федераль кимәлдә лә уңыштарығыҙ бармы?
– Әлбиттә, республика кимәле менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмайбыҙ. Рәсәй Мәғариф министрлығы раҫлаған махсус олимпиадалар исемлеге бар. Беҙҙең уҡыусылар уларҙа ла әүҙемлек күрһәтә. Был ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән балаларҙың күрһәткестәре шул предмет буйынса ҡабул итеү имтихандарында 100 балға тиңләнә.
Әлеге ваҡытта, мәҫәлән, бер уҡыусыбыҙ, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй Халыҡ хужалығы академияһы уҙғарған олимпиадала еңеү яулап, ошо белем усағына уҡырға барырға йыйына. Йәнә бер уҡыусы Урал федераль университетының “Изумруд” олимпиадаһында еңеүсе булып танылды, ул да конкурстан тыш студент булып китәсәк. Балалар шулай уҡ төрлө конкурс, конференцияларҙа ла әүҙемлек күрһәтә. Мәҫәлән, күптән түгел Вернадский уҡыуҙарында командабыҙ еңеүсе булып танылды. Мәскәүҙә ойошторолған Һауа-инженерлыҡ мәктәптәре халыҡ-ара конкурсында авиа-инженерия түңәрәгендә шөғөлләнгән уҡыусыларыбыҙ финалға сыҡты.
Балаларҙың һәләттәрен асыу маҡсатында үҙ көсөбөҙгә генә таянмайбыҙ, юғары уҡыу йорттарын да йәлеп итәбеҙ, сөнки төп бурысыбыҙ – республика юғары уҡыу йорттарына лайыҡлы студенттар әҙерләү.
Ошо уҡыу йылында беҙҙә ике университет алды (предуниверсарий) махсус кластары булдырылды. Бындай кластарҙа, мәктәп программаһынан тыш, өҫтәмә дәрестәр уҙғарыла. Өфө дәүләт нефть техник һәм медицина университеты профессорҙары гимназияға килеп лекциялар уҡый. Уҡыусылар университеттарға барып лабораторияларҙа шөғөлләнә. Бынан тыш, уҡыу йорттары ойошторған төрлө спорт, мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ.
Сер түгел, ауылда тыуып үҫеп, ҙур ҡалаға уҡырға килгән балаға уҡыу йортона өйрәнеп китеүе еңел түгел, күптәр юғалып ҡала. Уҡыуҙы ташлап ҡайтып китеүселәр ҙә бар. Ә беҙҙең юғары класс уҡыусылары, үҙҙәре һайлаясаҡ университет, студенттар мөхите, педагогтар менән яҡындан танышып, беренсе курсҡа тулыһынса әҙер булып бара. Әйткәндәй, йыл һайын сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың 97-98 проценты республикала ғына түгел, илдә танылыу яулаған абруйлы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә.
– Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа гимназия-интернат ике грантҡа лайыҡ булды. Был проекттар ниндәй маҡсатта һәм нисек тормошҡа ашырыла?
– Эйе, 2019-2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығының туған телдәрҙе үҫтереү программаһы буйынса ике Грантына эйә булдыҡ. Тәүге проектыбыҙ “Беренсе+” тип атала. Уның төп маҡсаты – төрлө төбәктәрҙә йәшәгән башҡорт балаларын йыйып, башҡорт телендә аралашыу майҙансығы булдырыу, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте, йолалары менән таныштырыу. Әле ошо проектыбыҙ тормошҡа ашырыла. 1 июндә беҙҙең гимназияға илдең төрлө төбәктәренән 180 бала килде. Улар беҙҙең гимназия-интернат, уҡыу мөхите менән таныша. Бер аҙна дауамында педагогтар оҫталыҡ дәрестәре, башҡорт телендә төрлө саралар уҙғара. Бынан тыш, баш ҡаланың музейҙарына, театрҙарына, иҫтәлекле урындарына, шулай уҡ республиканың юғары уҡыу йорттарына экскурсиялар ҙа ойоштороласаҡ.
“Башҡорт теле – башҡорт иле” тип аталған икенсе проектыбыҙ күрше төбәктәрҙә Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Әлеге ваҡытта Силәбе, Пермь, Свердловск, Ырымбур өлкәләрендә, Сорғот ҡалаһында, Татарстан Республикаһында бер нисә йәкшәмбе мәктәбе эшләй башланы. Был төбәктәр юҡҡа ғына һайланманы – урындағы милләттәштәребеҙ балаларына туған телен уҡытыу мохтажлығы хаҡында күптән белдерә ине.
Йәкшәмбе мәктәптәре программаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы, ҡурай һәм бейеү түңәрәктәре кеүек дәрестәр ҡаралған. Дәрестәрҙе ойоштороуҙа урындағы уҡытыусылар менән берлектә республика уҡытыусылары ла ярҙам итә.
Киләсәктә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре балаларҙы ғына түгел, атай-әсәйҙәрҙе лә берләштергән башҡорт мөхите үҙәктәренә әүерелер, тип күҙаллайбыҙ.
– Интернат-мәктәптең педагогия коллективы, балаларҙың көнкүреш шарттары, ял ваҡыттарын нисек уҙғарыуҙары тураһында ла һөйләһәгеҙ ине...
– Беҙҙә ижади ҡарашлы, эҙләнеүсән, заман менән бергә атлаған, талапсан, үҙ һөнәрен яратҡан уҡытыусылар тупланған. Педагогтар йәш быуынға белем биреү, балаларҙың буш ваҡытын күңелле лә, файҙалы ла итеп уҙғарыу өсөн арымай-талмай эшләй.
Уҡыусыларға уңайлы көнкүреш һәм ял шарттары тыуҙырылған, көн тәртибе төҙөлгән. Алты көн уҡыйҙар, дәрестәрҙән һуң махсус курста, төрлө түңәрәктә бушлай шөғөлләнәләр. Бер бүлмәлә ике-өс кеше йәшәй. Көнөнә алты тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Матди-техник базабыҙ ныҡлы. “Шоңҡар” физкультура-һауыҡтырыу комплексын балалар бигерәк тә үҙ итә, 2005 йылда тапшырылған яңы уҡыу корпусы ла бар талаптарға яуап бирә, кабинеттар хәҙерге заманға ярашлы йыһазландырылған, кәрәкле уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителгән, лабораториялар бар. Форсаттан файҙаланып, беҙҙе бер ваҡытта ла хәстәренән айырмаған Башҡортостан Мәғариф министрлығына ҙур рәхмәт әйтәм.
– Гимназия-интернатҡа ҡабул итеү шарттары менән дә таныштырығыҙ әле.
– Мәғлүм булыуынса, гимназия-интернатта VII-XI класс уҡыусылары белем ала. VII-VIII кластарға уҡырға ингәндә балалар математика, рус һәм башҡорт телдәре буйынса имтихан тапшыра.
Ә инде Х класҡа килгәндәр биш һынау үтә. Гимназия-интернатта физика-математика, химия-биология, физика-химия, социаль-иҡтисад, социаль-гуманитар-филология, информатика технологиялары йүнәлештәре бар. Уҡыусылар математиканан, рус һәм башҡорт телдәренән, йәғни өс мотлаҡ профилдән тыш, үҙҙәре һайлаған йүнәлеш буйынса тағы ике имтихан тапшырырға тейеш. Белем алыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкән, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусыларға өҫтөнлөк бирелә. 7 июндә башланасаҡ ҡабул итеү имтихандары буйынса ентекле мәғлүмәтте гимназия-интернаттың рәсми сайтынан алырға мөмкин. Беҙҙең белем усағына рәхим итегеҙ!
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!