Белем һәм тәрбиә
3 Июнь 2021, 17:00

Улар беҙгә белгестәр әҙерләйәсәк

Иҡтисади форумда Башҡортостан менән МГИМО араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Сит илдәр министрлығының Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса Мәскәү дәүләт институты (университеты) ректоры Анатолий Торкунов Башҡортостан менән МГИМО араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Рәсәй юғары мәктәбе йолаларын үҫтереү, ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләүҙе яҡшыртыу, төбәк һөнәри белем биреү системаһының инновация мөмкинлектәрен нығытыу күҙаллана. МГИМО республиканың кадрҙар ҡеүәтен булдырыуҙа ҡатнашасаҡ. Бының өсөн юғары уҡыу йорто нигеҙендә Башҡортостандың иҡтисады, сәнәғәте, ауыл хужалығы, социаль тармағы өсөн квалификациялы белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләү ойоштороласаҡ.
– Илебеҙҙең дипломатик корпусында беҙҙең республиканан сыҡҡан вәкилдәр ҙә лайыҡлы эшләй. Рәсәйҙең бер нисә илсеһе Башҡортостанда тыуған. Әле беҙ Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген булдырыуға тотондоҡ. Һәм бында МГИМО-ның компетенциялары, тәжрибәһе бик кәрәк буласаҡ, мәҫәлән, диссертация советын булдырыуҙа, – тине Радий Хәбиров.
“Беҙ тығыҙ бәйләнеш булдырырға теләйбеҙ. МГИМО Башҡортостандың уҡыу йорттары менән селтәрле хеҙмәттәшлек ойоштороп, тәрәнәйтелгән программа буйынса халыҡ-ара белгестәр әҙерләргә әҙер”, – тине Анатолий Торкунов.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас