Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында “Диалектология. Этнолингвистика. Мифология. Ономастика. Этимология” тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте.
Ул филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир-ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы Әҙһәм (Эдхям) Тенишевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.
Әҙһәм Тенишев – 60 фәнни хеҙмәт авторы. Ул Боронғо төрки һүҙлеген төҙөүҙә ҡатнаша. 1995 йылда Синьцзян, Тибет һәм Үҙәк Ҡытайға сәйәхәте буйынса этнографик көндәлектәре баҫыла, унда урындағы халыҡтың матди һәм рухи мәҙәниәтен һүрәтләй. 2006 йылда Әҙһәм Рәхим улы И.Ғ. Ғәләүетдинов менән авторҙашлыҡта “Башҡорт әҙәби теле тарихының периодизацияһы тураһында” тигән мәҡәләһендә әҙәби башҡорт теленең формалашыуы, үҫеше тарихы мәсьәләләрен тикшерә.
Ә.Р. Тенишев үҙ фәнни эшмәкәрлеге дауамында 20 фән докторы әҙерләй, шуларҙың һигеҙе – Башҡортостандан.
Конференция барышында “Почет Билдәһе" орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 2020-2021 йылдарҙағы юбилярҙары” симпозиумы ойошторолдо. Унда билдәле тел һәм әҙәбиәт белгестәре Т.Ғ. Байышев (1886 - 1974), Ә.Ә. Мансуров (1895 – 1965), Ҡ.З. Әхмәров (1900 – 1969), Ә.Ә. Юлдашев (1920 – 1988), С.Ф. Миржанова (1924 – 2000), Ә.Ғ. Бейешев (1926 – 2003), З.Ғ. Ураҡсин (1935 – 2007), М.Х. Хәйруллина (1915 – 2008), М.И. Дилмөхәмәтовтың (1940 – 2005) ғилми эшмәкәрлегенә арналған сығыштар тәҡдим ителде. Шулай уҡ симпозиумда 85 йәшлек юбилейын билдәләгән Г.Д. Зәйнуллина менән Ф.А. Нәҙершинаны, 70 йәшлек ғүмер байрамы айҡанлы Ф.Ғ. Хисаметдинованы тәбрикләнеләр.
Конференция эшендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Һамар, Саранск, Өфө һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан, Төркиә, Үзбәкстан, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Мысыр кеүек сит илдәрҙән билдәле ғилми ойошмаларҙың, юғары уҡыу йорттарының ғалимдары ҡатнашты.
Фото: https://vk.com/im?peers=c65_200588550&sel=98886334