Тәтешле районында командировкала саҡта Үрге Тәтешле ауылында уҙған “Балалыҡ донъяһына рәхим итегеҙ!” тип аталған балалар һабантуйын күрергә насип итте.
Сара Нефтекама ҡалаһы Реабилитация үҙәгенең Тәтешле районындағы Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау филиалында уҙҙы. Ул Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә бағышлап ойошторолған.
Һабантуйҙа сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм үҙенсәлекле балалар ҡатнашты. Уларҙы һәм ата-әсәләрҙе байрам менән ҡотлап, Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов сығыш яһаны.
"Реабилитация бүлексәһендә тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Һәр баланың ҡыуанып йәшәүгә, уңайлы шарттарҙа үҫеүгә хоҡуғы бар. Беҙҙең атай-әсәйҙәргә мәрхәмәтле, киң күңелле булғандары өсөн рәхмәт", – тине Фәнүр Рәфис улы.
Балалар сарала әүҙем ҡатнашты: флешмобта бейене, спорт уйындарында көс һынашты, фотоға төштө. Реабилитация бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре улар өсөн концерт ҡуйҙы. Йыл дауамында төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан, еңеүгә өлгәшкән балаларға маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ сәй табыны әҙерләнгәйне. Сараны ойоштороуҙа шәхси эшҡыуар Илнара Ғәйнуллина матди ярҙам күрһәткән.
Реабилитация үҙәгенең Тәтешлеләге бүлексәһе директоры Айгөл Әхмәтйәнова әйтеүенсә, был социаль учреждение 2002 йылдан эшләй, киләһе йылда 20 йыллығын билдәләйәсәктәр. Әле унда 86 бала шөғөлләнә.