Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы сираттағы конкурсҡа йомғаҡ яһаны.
Һөҙөмтәләр буйынса, Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары Рәсәйҙең алдынғы нефть сервисы компанияһы булған “ТНГ-Групп” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә геофизика промыслаһы өлкәһендә уникаль эшләнмәләрҙе тормошҡа ашырыу өсөн федераль финанслау алды.
"Һөҙөмтәлә сәнәғәткә скважиналарға диагностика үткәреү, геофизика мәғлүмәттәрен интерпретациялау, эшкәртеү һәм башҡалар өсөн аппарат-технологик комплекс биреләсәк", – тине Башҡорт дәүләт университетының геофизика кафедраһы мөдире Рим Вәлиуллин.
Шул иғтибарға лайыҡ, федераль үҙәктән бындай ҙур финанс ярҙам алыу республикабыҙҙа Евразия фәнни-белем үҙәге төҙөлөү менән бәйле. Ошо белем усағы эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Хөкүмәтенән мегагрант алынған да инде.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.