Өфө ҡалаһының 162-се күп профилле “Смарт” полилингваль мәктәбендә мәғариф менән идара итеү органдарының туған телдәр буйынса белгестәре, методистары, туған телдәрҙә белем бирелгән инновациялы дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙарының республика семинар-кәңәшмәһе үтте.
Сарала ҡатнашыусылар башта мәктәпте ҡарап сыҡты.
Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева “Башҡортостанда дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеүҙе ойоштороу” тигән тема буйынса телмәр тотто.
"Мөһим йүнәлештәрҙең береһе – республикабыҙҙағы милли мәктәптәрҙә уҡыу-уҡытыу эштәренең ойошторолоуы, – тине ул. – Беҙҙә 479 мәктәптә граждандарҙың милли телдә белем алыу хоҡуҡтары тормошҡа ашырыла. Уҡытыу алты телдә (рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт, мари) алып барыла, шул иҫәптән, 57 милли гимназия һәм лицей иҫәпләнә.
Шулай уҡ Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров, милли мәғариф бүлеге етәксеһе Розалия Сафиуллина сығыш яһаны.
Пленар өлөштөң аҙағында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала, дөйөм һәм һөнәри белем биреү ойошмалары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарының республика конкурсында, шулай уҡ туған телдәр буйынса үткәрелгән саралар һөҙөмтәләре нигеҙендә иң-иңдәр баһаланды.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.