Илеш районындағы “Орленок” балалар лагеры оҙайлы реконструкция эштәренән һуң үҙ ишектәрен асты. Ошо ваҡыт эсендә бында яңы корпустар һәм бассейн төҙөлдө. Яңыртылған ял үҙәге 250-гә тиклем баланы ҡабул итә ала һәм йыл әйләнәһенә эшләйәсәк.
Тәүге сменала ял итергә 160 бала ҡабул ителгән. Улар араһында республика райондарынан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән килеүселәр ҙә бар.
“Орленок” балалар лагерын реконструкциялауға 150 миллион һумдан аҡса йүнәлтелгән. Был сумманың ярайһы уҡ ҙур өлөшөн республикалағы эре предприятие бүлгән. Һөҙөмтәлә 216 урынға иҫәпләнгән яңы корпус ҡалҡып сыҡҡан.
Лагерға ял итергә килгән балаларға ижад менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр етерлек. Мәҫәлән, 3D моделләү, робот техникаһы күптәргә оҡшай.
Ял үҙәге биләмәһендә башҡорт тирмәһе лә ҡуйылған. Уның эсендә урындағы тарих-крайҙы өйрәнеү музейынан килтерелгән экспонаттар менән танышырға мөмкин. Бында тематик күнекмәләр үтәсәк.
“Орленок” – республикала йыл әйләнәһенә эшләйәсәк тәүге балалар һауыҡтырыу лагеры. “Киләсәктә сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн сменалар ойошторорға уйыбыҙ бар. Көҙгөһөн лагерь уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү майҙансығына әйләнәсәк”, - ти лагерь директоры Рәмзил Рәхмәтуллин.
Әйткәндәй, балалар ялы учреждениеһының матди базаһын яңыртыу эше дауам итәсәк: киләсәктә бында уйын майҙансығы, көплө спорт комплексы булдырыу күҙаллана. Ул саҡта йәш спортсылар йыл әйләнәһенә ярыштарға һәм уларға әҙерлек маҡсатында килә аласаҡ.