Белем һәм тәрбиә
15 Июнь 2021, 12:15

Һәләтле балаларыбыҙ арта

Олимпиадаларҙың һуңғы этаптарында Башҡортостан уҡыусылары 47 призлы урын яулаған.

Башҡортостан мәктәп уҡыусыларының бөтә Рәсәй олимпиадаларында призлы урындар яулағандар һаны буйынса илдә туғыҙынсы һәм Волга буйы федераль округында өсөнсө урын яулай. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне.
Министр белдереүенсә, бөтә Рәсәй олимпиадалары – һәләтле балалар менән эшләүҙең иң таралған төрө. Быйыл был интеллектуаль көс һынашыуҙыр коронавирус пандемияһы сәбәпле башлыса дистанция тәртибендә үткәрелде. Иң көслө уҡыусылар Стәрлетамаҡ, Салауат, Өфө ҡалалары һәм Ауырғазы районында асыҡланған. Был муниципалитеттарҙа олимпиадала ҡатнашҡан балаларҙың яртыһы еңеүсе һәм призер тип табылған. Ә Балтас, Күгәрсен, Йылайыр, Бишбүләк, Благовар райондары һәм Межгорье – артта ҡалған райондар иҫәбендә.
Олимпиадаларҙың һуңғы этаптарында Башҡортостан уҡыусылары 47 призлы урын яулаған. Сағыштырыу өсөн, 2020 йылда уларҙың һаны 29-ҙан артмаған. Ете кеше иһә еңеүсе булып танылған. Республика бындай юғары һөҙөмтәләргә быйыл беренсе тапҡыр өлгәшкән. Бынан тыш Башҡортостан вәкилдәрен Рәсәйҙең физика һәм география буйынса йыйылма командаларына саҡырғандар, улар халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашасаҡ.
Айбулат Хажин һәләтле балалар менән системалы рәүештә эшләргә кәрәк тине. Күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өсөн уҡыу-күнекмә сборҙары үткәрергә, илдең иң яҡшы вуздарын һәм профессиональ остаздар йәлеп итергә кәрәк.
Радий Хәбиров бөтә район һәм ҡалаларҙа ла талантлы балаларға ярҙам итергә кәрәк тигән фекер әйтте.
– Балтас районы балалары Әлшәйҙекенән насарыраҡтыр тип уйламайым, әммә икенсе районда 23 бала призлы урын яулаған, ә беренсеһендә – берәү ҙә юҡ. Тимәк, эш балаларҙы ярышҡа әҙерләү кимәлендә, – тине ул. – Республиканың был йәһәттән потенциалы бар. 17-се урындан туғыҙынсыға менә алдыҡ бит. Артабан үҫергә кәрәк. Беҙҙең балалар бик һәләтле һәм әлеге һөҙөмтә бик ҡиммәт.
Читайте нас