Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Юлиә Хәлилова рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған. Уҡытыусыһы – Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы Ҡотлогилдина.
Беҙ Юлиәгә тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын, имтиханға нисек әҙерләнеүе хаҡында һөйләүен һорап мөрәжәғәт иттек.
“Имтиханға үҙаллы ла, уҡытыусым менән дә әҙерләндем. БДИ алдынан ғына бөтә темаларҙы ҡабатлау өсөн видео-дәрестәр курсына яҙылдым. Имтихан минең өсөн ауыр ҙа, еңел дә булманы, тик көтөлмәгән һорауҙар эләкте. Шуға ҡарамаҫтан, күбеһенә яуапты тиҙ таба алдым.
100 балл тураһында белгәс, башта ышанманым, сайтҡа яңынан инеп ҡараным. Ҡабаттан 100 һанын күргәс, әлбиттә, ҡыуандым һәм шунда уҡ әсәйем менән атайыма шылтыратып әйттем. Ысынында, юғары балдарға яҙырымды көткән инем, тик 100 булыр тип уйға ла килмәне. Әлбиттә, ныҡ ҡыуандым!
Мин медицина университетына уҡырға инергә, киләсәктә табибә булырға теләйем”, - тип һөйләне Юлиә.
Тырыш ҡыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Фото Ю. Хәлилованың шәхси альбомынан.