Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы индустриаль колледжы студенттары Илдар Вәлиев менән Илгиз Ҡотлоев “Альтернатива” пластмасса изделиелар заводында IX “Йәш профессионалдар – 2021”милли чемпионаты финалына әҙерләнә.
Әйткәндәй, заводта компетенцияның бөтә модулдәре буйынса әҙерлек планы төҙөлгән. Конструкторлыҡ бюроһында студенттар тәғәйен йүнәлештең конкурс талабы буйынса деталдең 3D моделен яһап ҡараған, пресс-формаларын проектлаған.
Колледж студенттары шулай уҡ завод программалаусылары менән эшләгән. Улар йәштәргә һанлы программа ярҙамында идара ителгән станоктар өсөн программа яҙыу нигеҙҙәрен өйрәткән. Әле иһә егеттәр һыҙмаларҙы компьютерҙан завод станогына күсереү, пресс-форманы йыйыу алымын, әйберҙе баҫым аҫтында ҡойоу технологияһын үҙләштерә.
Мәғлүм булыуынса, “Йәш профессионалдар” конкурсы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/113125