Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырған ҡыҙ һәм егеттәрҙең күп булыуы шатландыра. Әбйәлил районы Асҡарҙың Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының сығарылыш класс уҡыусыһы Морат Вәлиуллин география фәненән имтиханды 100 балға биргән. Уҡытыусыһы- Эльмира Яхина.
- Бәләкәй кластарҙан география фәне менән ҡыҙыҡһынам, был йүнәлештә төрлө мәктәп, район, республика һәм вуз олимпиадаларында даими рәүештә ҡатнаштым, призлы урындар яуланым, еңеүсе булдым. Киләсәктә үҙемде геодезия өлкәһендә белгес итеп күрәм, БДУ-ның география факультетына уҡарға барырға уйлайым, - ти егет.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Морат бөгөндән үк үҙен студент тип һанай ала, сөнки Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыу һәм ошо йүнәлештәге юғары уҡыу йортон һайлау уҡыусыға автоматик рәүештә студент булыу хоҡуғын бирә. Шулай уҡ уҡытыусыға ла, уҡыусыға ла премия тапшырыу, юғары стипендия түләү ҡаралған.
Фото: Гөлнара Күсәрбаева.