Белем һәм тәрбиә
23 Июнь 2021, 17:20

Радий Хәбиров: “Барығыҙға ла уңыштар!”

Республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында яҙып сыҡты.

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында яҙып сыҡты.
“Әле мәктәпте тамамлаған 19347 бала өсөн иң тулҡынландырғыс мәл – улар БДИ тапшыра. Имтихандар 14 фән буйынса үтте лә инде. Быйыл рус теле, профилле математика, йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса имтиханды айырыуса күп тапшыралар. Йәштәрҙең физикаға, биологияға, информатикаға, химияға һәм тарихҡа ҡыҙыҡһыныуы ҙур.
Быйыл БДИ тапшырыу өсөн 164 пункт асылды. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән 50 бала өсөн аттестацияны өйҙә ойошторҙолар.
Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары ҡыуандыра, 49 кеше быйыл иң юғары балл йыйҙы. Бөгөн физика менән тарихтан һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙ. Алда информатиканан имтихан ғына ҡалды. Һеҙҙе республика университеттарында көтәбеҙ. Быйыл сығарылыш уҡыусылары үҙебеҙҙең вуздарҙағы 13162 бюджет урынына уҡырға инә ала.
Барығыҙға ла уңыштар”, – тигән һүҙҙәр бар республика Башлығының яҙмаһында.
Фото: vk.com
Читайте нас