Белем һәм тәрбиә
24 Июнь 2021, 09:00

Лилия менән Илья икешәр тапҡыр 100-әр балл йыйған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың түбәндәге яҙмаһына туҡталайыҡ

11 класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре менән яйлап таныша бара. Әле генә физика һәм математиканан һөҙөмтәләр билдәле булды. Үҫмерҙәр араһында имтиханда 100 балл йыйыусыларҙың күплеге ҡыуаныслы.
Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың түбәндәге яҙмаһына туҡталайыҡ. “Ике предмет буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре асыҡланды. Йөҙ балл алыусылар исемлегән йәнә 38 уҡыусы өҫтәлде: физиканан – 32 һәм тарихтан 6 кеше. Бөтәһе юғары һөҙөмтә күрһәткән 84 кеше асыҡланды. “Содружество” лицейынан Лилия Прозорова менән Өфө ҡалаһының 128-се мәктәбенән Илья Толстобров математика һәм физиканан икешәр тапҡыр 100-р балл йыйған”, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашҡан Радий Фәрит улы.
Читайте нас