Үҫмерҙәр һәм йәштәргә һөнәр һайлау системаһын камиллаштырыу өсөн “Башҡортостан Республикаһының киләсәк командаһы” порталы заман талаптарына ярашлы яңыртылды.
Бында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының һөнәрҙәр атласы менән дә танышырға мөмкин. Был – республиканың иң ҙур эш биреүселәренең, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең, юғары һәм урта профессиональ белем биреү ойошмаларының, башҡарма власть органдары һәм эксперт йәмғиәттәренең хеҙмәте һөҙөмтәһе.
Атлас республика халҡына, айырыуса – йәштәргә, тыуған төбәгендәге күп һанлы һөнәри траекторияларҙы баһалау форсаты бирә. Бында яҡындағы 10-15 йылда барлыҡҡа киләсәк 131 яңы һөнәр менән дә танышырға була. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, профессиональ йүнәлеш буйынса барлыҡ субъекттар ҙа – власть органдарынан алып дөйөм белем биреү мәктәптәренә саҡлы – балалар 6-сы кластан уҡ үҫеш траекторияһын билдәләү буйынса шөғөлләнә башлаһын тигән маҡсат ҡуя. “Киләсәк командаһы” яңыртылған порталы баланың һәләте булған һөнәрҙе билдәләргә һәм артабан ҡайҙа уҡырға, ҡайҙа эшләргә икәнен аныҡларға ярҙам итә.