Белем һәм тәрбиә
25 Июнь 2021, 04:30

Колледжда - яңы оҫтаханалар

Уларҙың һәр береһенең донъя талаптарына ярашлы үҙенә генә хас фирма тамғаһы ла буласаҡ.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәй механизация һәм электрлаштырыу колледжы быйыл көҙ яңы оҫтаханалар асырға әҙерләнә.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” федераль проектына ярашлы, Рәсәй һәм Башҡортостан бюджетынан бүленгән грант аҡсаһын үҙләштереү иҫәбенә башҡарыла.
Колледжда әле “Кузов ремонтлау”, “Йөк техникаһын хеҙмәтләндереү”, “Автомобиль буяу”, “Еңел автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү” кеүек йүнәлештәр буйынса оҫтаханалар асыу өсөн төҙөкләндереү дауам итә.
Әйткәндәй, һәр оҫтахананың донъя талаптарына ярашлы үҙенә генә хас фирма тамғаһы буласаҡ. Заманса базала дәрестәр, һөнәри оҫталыҡ чемпионаттары, һөнәри йүнәлеш биреү саралары уҙғарыу, өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Фото: avangard.rbsmi.ru
Читайте нас