Сибай ҡалаһы буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарын физика фәне буйынса бөтәһе 59 уҡыусы һайлаған. Улар араһынан 12-се мәктәп уҡыусыһы Никита Жжонов 100 балл йыйған. Уҡытыусыһы - Рәмилә Ишберҙина.
- Физика - минең иң яратҡан фәнем. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынам, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урын алғаным бар. Физика уҡытыусыһы Рәмилә Рамазан ҡыҙы Ишберҙинаның оло хеҙмәте ята, шулай уҡ дәүләт имтихандарына бар яҡлап ярҙам иткән репетитор Ольга Любарскойға ҙур рәхмәтлемен. Көн һайын бер нисә миҫал эшләнем, шуға күрә имтиханда ауырлыҡтар булманы, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Никита.
Никита Жжоновтан тик бер балға ғына ҡалышып, бөтәһе 99 балл йыйған Ильяс Мусинды ла (9-сы лицей) ҡотлайбыҙ!
Фото: "Сибайский рабочий" сайтынан.