Сибай институты - көньяҡ-көнсығыш район йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге, төбәк халҡының ныҡлы таянысы. Уҡыу йортонда сифатлы белем биреү менән бер рәттән һоҡланғыс тәрбиә бирелә. Уҡыу йортонда дүрт факультет, унда көндөҙгө һәм ситтән тороп белем алыу мөмкинлеге бар.
18 июндән башлап уҡыу йортонда ҡабул итеү комиссияһы үҙ эшен башланы. Һәр факультетҡа уҡырға теләүселәр өсөн махсус урында ҡабул итеү ойошторола, һәр абитуриент менән шәхсән һөйләшеү алып барыла, уға бар яҡлап ярҙам итәләр. Быйыл институтҡа уҡырға инеү өсөн бюджет урындары артҡан, бөтәһе 250 бюджет урынға студенттар ҡабул ителәсәк. Мәҫәлән, "Педагогика" факультетына көндөҙгө бүлектә 60 бюджет урыны булһа, ситтән тороп белем алыуҙа 45 бюджет урыны бар.
Йәш ҡыҙ һәм егеттәр, Сибай институты һеҙҙе һәр саҡ көтөп ҡала!