Башҡортостан мирпутешествий.рф сайтында теркәлгән лагерҙар һаны буйынса өсөнсө урынды биләй.
Беренселә – Краснодар крайы (96 лагерь), икенселә – Ҡырым Республикаһы (64 лагерь). Бына ошондай һандар әйтелде Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге аҙналыҡ видеоселектор кәңәшмәлә. Унда йәйге һауыҡтырыу кампанияһы хаҡында һүҙ барҙы.
"Балалар ялы – бик мөһим мәсьәлә. Уға мөмкин тиклем яуаплы ҡарарға кәрәк. Балалар лагерҙа булған ваҡытта барлыҡ саралар көйләнергә, контролдә тотолорға тейеш", - тине Андрей Назаров.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 1 – 28 июндә 84 меңдән ашыу бала ял иткән 1184 лагерь эшләй. Ял итеүҙең аҙ сығымлыларын да иҫәпкә алғанда, уҡыусылар һаны 210 мең тирәһе тәшкил итә. Бөгөн "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында, республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге тарафынан санитар-эпидемиологик һығымталар биреү дауам итә. Лагерҙарҙа эшләгән 14 меңдән ашыу кеше коронавирус инфекцияһына тикшереү үткән.
Республика Кэшбек программаһында ла әүҙем ҡатнаша. Был хаҡта Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова һөйләне. Уның әйтеүенсә, Башҡортостан мирпутешествий.рф сайтында теркәлгән лагерҙар һаны буйынса (48 лагерь) өсөнсө урынды биләй.