28 июндә Өфөлә Рәсәй мәғариф министры урынбаҫары Александр Бугаев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Һөнәри оҫталыҡ агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй), республикалағы сараны ойоштороу комитеты вәкилдәренең осрашыуы булды.
Брифингта ҡатнашыусылар сараға әҙерлек һәм коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү алымдары хаҡында һөйләште.
Андрей Назаров белдереүенсә, республика тәғәйенләнгән ваҡытта IX WorldSkills Russia милли чемпионатын үткәреүгә әҙер, әммә ҡарарҙы федераль ойоштороу комитеты ҡабул итәсәк. “Әҙерлек тамамланыу стадияһында, ҡалған ваҡытта ҡоролманы ҡуясаҡбыҙ, барыһы ла планлы режимда бара. Шуны билдәләргә кәрәк, бөгөн һөйләшкән төп проблемаларҙың береһе – эпидемиологик хәлдең насарайыуы. Һөҙөмтәлә федераль ойоштороу комитетына сараны 21 – 24 июлдә үткәрәсәкбеҙме-юҡмы икәнлеген раҫлау өсөн мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдыҡ. Әгәр бер ниндәй ҙә күрһәтмә бирелмәһә, милли чемпионатты планлаштырылған ваҡытта үткәрәсәкбеҙ”, - тине Андрей Назаров. Федераль ойоштороу комитетының ҡарары яҡын көндәрҙә билдәле буласаҡ.
Брифингта ҡатнашыусылар ярышты уҙғарыу өсөн булдырылған урындарҙы ҡарап сыҡты. Рәсәй мәғариф министры Александр Бугаевтың белдереүенсә, төбәктәрҙең сара финалына әҙерлеге юғары кимәлдә. Ул чемпионатты ваҡытында үткәреү тураһындағы ҡарар булған осраҡта, сарала ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген мотлаҡ тәьмин итеү кәрәклеге хаҡында әйтте.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.