Өфө дәүләт авиация техник университеты менән Башҡорт дәүләт университетының инноваторҙар отряды Мәскәүҙең Сколково идара мәктәбендә “Ректорҙар мәктәбе-19: Университет трансформацияһы менән идара итеү” программаһы буйынса үҙҙәренең проектын яҡлап, комиссияның яҡшы баһаһын алды.
Эшсе төркөмгә һанлаштырыу буйынса проректор Евгений Парфенов, УНИР начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ансаф Әбделнәғимов, менеджмент һәм маркетинг кафедраһы доценты Зиләрә Ғүмәрова, проекттар менән идара итеү үҙәге директоры Руслан Ҡотлояров, технологиялар трансферы үҙәге директоры Нияз Мусин, уҡыу идаралығы начальнигы Юлия Рахманова (ӨДАТУ) һәм уҡытыу-методика эше буйынса проректор Азат Ғәлимханов инде.
“Мин презентацияла шәхсән ҡатнаштым һәм, ысынлап әйтәм, был бик көслө булды! – тип билдәләне ӨДАТУ ректоры Сергей Новиков. – Проектты яҡлау аныҡ, теүәл, нигеҙле, яҡшы өҫтәлмәләр һәм аңлатмалар менән тулы булды. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа берҙәм эшләне. Мин фекерҙәш-коллегаларым менән ғорурланам! Бергәләп пландарыбыҙҙы тормошҡа ашыра алырыбыҙға һәм абруйлы, үҙен донъяның мәғрифәти йәмәғәтселегенә танытасаҡ университет булдырырыбыҙға ышанам”.
“Ноябрҙән июнгә тиклем беҙҙең команда тарафынан ӨДАТУ менән БДУ-ны берләштереүҙең проблемалы яҡтары өйрәнелде, - тип аңлатма бирҙе Евгений Парфенов. – Башҡа вуздарҙың берләшеү тәжрибәһен өйрәнеү күрһәтеүенсә, ябай ғына, йәғни механик рәүештә бергә ҡушылыу университеттарҙың көнәркәшлегенә булышлыҡ итмәй, сөнки уҡыу йорттарының бығаса нығынған структуралары һәм коллективтары төбәк иҡтисады өсөн киң даирәлә кадрҙар әҙерләү менән шөғөлләнәсәк, белем түгел, ә мәғлүмәт кенә бирәсәк. Йәғни тар йүнәлешле бүлексәләр һәм ғилми төркөмдәр һаҡланасаҡ. Финанс йәһәттән ярайһы уҡ ҙур аҡсалар килеүгә ҡарамаҫтан, бындай хәл-торош оҙаҡ ҡына һаҡланыуы ихтимал.
Әгәр ошо юл менән китһәк, республика Башлығының ике университеттың да етәкселеге һәм ғилми советтары тарафынан хупланған башланғысы тейешенсә тормошҡа ашмаясаҡ һәм төбәгебеҙ берләшеүҙән көтөлгән һөҙөмтәне ала алмаясаҡ.
Беҙҙең тарафтан Future of Mobility (мобиль киләсәк) өлкәһендәге дисциплина-ара гринфилд нигеҙендә берләшеүҙең һөҙөмтәле сценарийы тураһында гипотеза тәҡдим ителде. Ошо нигеҙҙә көнәркәшлекте тәьмин итәсәк тикшеренеүҙәрҙең яңы моделдәре, белем биреү программаларының яңы алымдары эшләнәсәк һәм ғәмәлгә индереләсәк.
Проектты тормошҡа ашырып, беҙ түбәндәгеләргә эйә буласаҡбыҙ:
Университеттар тарафынан “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты, Милли технологиялар башланғыстары платформаһы программалары, Һанлаштырыу министрлығының яңы программалары, EIT Urban Mobility Европа, ООН-Хабитат программалары, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған сараларҙа ҡатнашыу иҫәбенә ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструктор эштәре күләмен арттырыу; Университтеты ЕАЭС биләмәһендә һайланған йүнәлештә лидер булараҡ танытыу; Университет базаһында Иннополис моделе буйынса институция булдырыу; ЕАЭС һәм Яҡын Көнсығыш илдәре биләмәһенән абитуриенттар географияһын киңәйтеү һәм уларҙың белем сифатын арттырыу; Донъя кимәлендә лидер булған юғары уҡыу йорттары һәм технологик компаниялар менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу".