Белем һәм тәрбиә
1 Июль 2021, 14:10

Университетта кафедралар үҙгәртелә

Өфө дәүләт авиация техник университетының Ғилми советы ҡайһы бер кафедраларҙы үҙгәртергә ҡарар итте.

Университетта кафедралар үҙгәртеләУниверситетта кафедралар үҙгәртелә
Университетта кафедралар үҙгәртелә

Өфө дәүләт авиация техник университетының Ғилми советы ҡайһы бер кафедраларҙы үҙгәртергә ҡарар итте. Быға студенттарҙың социаль селтәрҙә етәкселеккә мөрәжәғәте сәбәпсе.

Буласаҡ техник белгестәрҙең дәғүәһе – Информатика һәм робот техникаһы факультетын (ФИРТ) Иҡтисад һәм идара итеү институты (ИНЭК) менән берләштерергә юл ҡуймау. Ни өсөн? “ФИРТ яңы технологиялар менән эш итеүҙе күҙ уңында тота, ә ИНЭК-та кәрәкле дисциплиналар буйынса уҡытырлыҡ квалификациялы педагогик состав юҡ, кафедраны икенсе институтҡа күсереү уҡыуҙың сифатына кире йоғонто яһаясаҡ”, - тип яҙа студенттар.

Университеттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ғилми совет күпселек тауыш менән ҡайһы бер кафедраларҙы үҙгәртергә ҡарар итте: Финанс, аҡса әйләнеше һәм иҡтисади хәүефһеҙлек кафедраһы Эшҡыуарлыҡ иҡтисады кафедраһына ҡушыла, Социология һәм социаль технологиялар кафедраһы Иҡтисад теорияһы кафедраһы менән берләштерелә, Финанс һәм иҡтисади анализ кафедраһы Һалым һәм һалым түләтеү кафедраһы менән ҡушыла.

“Структур үҙгәрештәр кәрәк, беҙ йәмғиәттәге һәм мәғариф системаһындағы талаптарға үҙ ваҡытында яраҡлаша барырға тейешбеҙ”, – тиҙәр университетта.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас