Октябрьский ҡалаһындағы 19-сы коррекция мәктәбе Бөтә Рәсәй “Йыл мәктәбе-2021” конкурсы еңеүсеһе дипломы менән бүләкләнгән.
2020 йылдың 23 октябренән 2021 йылдың 25 мартына тиклем илдәге барлыҡ мәктәптәр “Йыл мәктәбе-2021” исеме өсөн ярышҡайны. Был конкурстың тәғәйенләнеше – заманса шарттарҙа дөйөм белем биреү ойошмаларына идара итеүҙең иң яҡшы тәжрибәләрен дөйөмләштереү, педагогик коллективтар эшенең алдынғы, уңышлы тәжрибәһен туплау, мәғариф ойошмаларын үҙанализға, яңы үҫеш йүнәлештәренә мотивациялау һәм иң яҡшы дөйөм белем биреү мәктәптәрен баһалау.
Был конкурста Башҡортостандан бер нисә уҡыу йорто үҙ көсөн һынап ҡараны. Һөҙөмтәлә Октябрьскийҙан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн 19-сы коррекция мәктәбе еңеүсе тип танылды.
Шуны билдәләргә кәрәк, 2020 йылда әһәмиәтле ваҡиға булды: Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты нигеҙендә “Изге мәктәп” асылды. Ойошмала барыһы ла үҙгәрә: уҡыу кластары ижад киңлегенә әүерелә, дауалау-физкультура кабинетына адаптив физкультура менән шөғөлләнеү өсөн яңы ҡоролмалар килтерелә, оҫтаханалар һанлы техника менән йыһазландырыла.
Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.