Башҡортостан
+22 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Аҡса ҡайтарыла башлаған да

Балалар туристик кешбэгы программаһы мөмкинлектәре тураһында Милана Скоробогатова һөйләй.

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк балалар ялы юлламалары сығымдарының бер өлөшө ҡаплана башланы. Республика халҡы өсөн ниндәй программа менән файҙаланыуҙы һайлау мөмкинлеге бар.
Башҡортостанда балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ныҡлы ғаилә” проекты рәйесе Милана Скоробогатова белдереүенсә, әлеге ваытта республикала балалар ялын ойоштороуға һәм уларҙы һауыҡтырыуға арналған төрлө программалар бар. Уларҙың береһе федераль программа – был осраҡта ата-әсәләр “Сәйәхәттәр донъяһы” сайтында һатып алған юлламалар хаҡының яртыһын ҡайтара ала. Балалар өсөн туристик кешбэк программаһы йәй буйы ғәмәлдә, ул 31 авгусҡа тиклем дауам итә һәм 15 сентбяргә тиклем ҡайтыу мөмкинлеге бар. Һәр теләгән кеше стационар лагерҙарға йәйге сменаларға юллама һатып ала һәм федераль бюджеттан - 50 процент, төбәк бюджетынан 30 процент кимәлендә аҡсаһын кире ҡайтара ала. Бер балаға сәйәхәттәр күләме сикләнмәгән, ул күпме теләй, шунса сменала ҡатнаша ала.
“Башҡортостанда 2010 йылдан алып уҡ балалар юлламаларын һатып алыуға ташламалы программалар ғәмәлдә. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында теркәлеп, республика лагерҙары исемлеген табырға һәм уңайлы шарттарҙа юллама һатып алырға мөмкин. Быға тиклем ҡабул ителгән төбәк программаһы сиктәрендә льготалар 70 процентҡа тиклем етеүе ихтимал. Һәр ата-әсә аҡса ҡайтарыуҙың ниндәй системаһы менән файҙаланыуҙы һайлай ала: иҫкесә йәки яңыса. Ҡыуаныслы, беҙҙең республикала балалар ялын ойоштороуҙың программалары бик күп", – тине Милана Скоробогатова.
Балалары ял итеп ҡайтҡан кешеләр тәьҫораттары менән уртаҡлашып өлгөрҙө лә.
“Минең ҡыҙым Азалия балалар лагерында беренсе тапҡыр ял итте. Ул былтыр уҡ барырға теләй ине, тик пандемия арҡаһында быны эшләй алманыҡ. Май аҙағында "Энергетик” лагерына юллама алдым һәм кешбэк менән файҙаландым. Аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн тәүҙә “Сәйәхәттәр донъяһы” сайтында теркәлдем һәм “Мир” картаһы менән түләнем. Балам ялдан ҡайтып та өлгөрмәне, биш көндән кешбэк картаға килеп тә төштө. Ғаилә бюджеты өсөн был күҙгә күренерлек ярҙам”, – ти Өфө ҡалаһынан Лилиә Исмаилова.
Уның ҡыҙы Азалия ла ялдан ҡәнәғәт ҡалған.
– Лагерҙа ял итеү бик оҡшаны. Көн һайын бассейнда һыу индек, төрлө сараларҙа ҡатнаштыҡ. Лагерҙа бик күп яңы дуҫтар таптым, ҡайһы берҙәре менән әле һаман аралашабыҙ. Киләһе йылда тағы барғы килә, сөнки ныҡ оҡшаны, – ти Азалия Исмаилова.
Автор:Альфия Мингалиева