Бынан һигеҙ йыл элек яҡын туғанымдың ҡыҙы Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы, “биш”кә генә уҡығас, һөҙөмтәләре яҡшы ине. Ә инде инглиз теленән 100 балл йыйып, ата-әсәһен һәм уҡытыусыларын ҡыуандырҙы, туған мәктәбенең данын республикала танытты. Тырышып уҡыу, репетиторға йөрөү, әлбиттә, уңышҡа килтерҙе. Уның ҡарауы, үҫмергә өлгөргәнлек аттестатын бирмәй ҡаңғырттылар. Документ класташтарына тантаналы шарттарҙа тапшырылғанда, ул бындай бәхеттән мәхрүм ҡалды. Ҡыҫҡаһы, имтихан һөҙөмтәләрен ҡат-ҡат тикшерҙеләр. Имеш, уҡыусы бер нисек тә 100 балл йыя алмай, йәнәһе, ул әҙер яуаптар менән килгән дә шуны күсергән. Сығарылыш уҡыусыһының тәрән белеменә шатланыр урынға, ышанмауҙары аптырата. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, әлбиттә, хәҙер 100 балл йыйған балаға һәр йәһәттән дә ишектәр асыҡ. Бер ниндәй ҙә шик тыумай, киреһенсә, ундайҙар хуплана һәм маҡтала.
Һәр береһе иғтибар үҙәгендә булырға тейеш
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығына, Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарына ингәндә, 100 балл йыйған ҡыҙ һәм егеттәргә ҡарата дәртләндереү сараларын күрергә, бер һүҙ менән әйткәндә, уларҙың һәр береһен иғтибар үҙәгенә алырға ҡушты.
– Бөтәһе лә булдыҡлы, эшһөйәр, талантлы балалар. Беҙгә, әлбиттә, уларҙы үҙебеҙҙә ҡалдырырға кәрәк, – тине Радий Фәрит улы. – Үҙебеҙҙең университеттарға уҡырға ингән 100 балл йыйғандарҙы матди дәртләндереү юлдарын уйлағыҙ.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указға ҡул ҡуйҙы. Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйып, Өфөләге Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ҡатнашыусылары булған юғары уҡыу йорттарына (Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт нефть-техник университеты, Өфө дәүләт авиация-техник университеты) инеүсе ҡыҙ һәм егеттәргә республика етәксеһенең махсус премияһы булдырылды. Ярайһы ҙур ғына сумма – 150 мең һум аҡса бер тапҡыр биреләсәк.
Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, бөгөн егет һәм ҡыҙҙарға стимул бар, барыһы ла үҙҙәренә бәйле.
“Фән” сәғәтендә Башҡортостаныбыҙға иң һәләтле белгестәрҙе йәлеп итеү мәсьәләһе тикшерелде. Быйыл юғары уҡыу йорттарында тағы ла бюджет урындары арттырылған, рәсми мәғлүмәттәр буйынса 13 162 студентты бюджет урыны көтә. Вуздар абитуриенттар өсөн “күстәнәс” тә әҙерләгән. Әйтәйек, Өфө дәүләт нефть техник университетында иң яҡшы өлгәшкән студенттар 100 мең һум тирәһе стипендия алып уҡыясаҡ, ә Башҡорт дәүләт университеты стипендияны 50-шәр мең һум күләмендә билдәләгән.
Быйыл Башҡортостанда 19 мең тирәһе ҡыҙ һәм егет XI класты тамамланы. Сығарылыш уҡыусылары, резерв көндәрен иҫәпкә алмағанда, БДИ-ны тапшырып бөттө.
Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл алған егет һәм ҡыҙҙарҙың күплеге, һис һүҙһеҙ, шатландыра. Эйе, тәүге Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса 49 егет һәм ҡыҙҙың шунда уҡ 100 балл алыуы һөйөнөслө. Химия, рус теле, әҙәбиәт, математика һәм география фәндәре – шуға асыҡ миҫал. Һынауҙы 100 балға тапшырыусылар араһында ҡала балалары ла, ауыл балалары ла бар. Әлегә 100 балл алған 89 ҡыҙ һәм егет билдәле. Ә бөтә предметтар буйынса һөҙөмтәләр 8 июлдә иғлан ителәсәк.
Мәҫәлән, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының сығарылыш уҡыусыһы Юлиә Хәлилова рус теленән 100 балл йыйған.
– Юлиә беҙҙең гимназияла I кластан алып уҡыны, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Ғәлийәнова. – Ул – бик тырыш ҡыҙ, бар маҡсаты мөмкин хәтлем тәрән белем алыу булды. Һүҙ ҙә юҡ, был йәһәттән уҡытыусының да роле баһалап бөткөһөҙ ҙур, шул уҡ ваҡытта атай-әсәйҙәрҙең балаларҙың уҡыуы менән даими ҡыҙыҡһыныуы ла үрҙәр яулағанда этәргес көс бирә. Шул саҡта ғына уңышҡа өлгәшеп була.
Зөлфиә Басир ҡыҙының әйтеүенсә, Юлиә медицина йүнәлешендә үҙен һынап ҡарамаҡсы.
Уңыш йылмайған Юлиә Хәлилова менән осрашыу бәхете беҙгә лә тәтене. Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар, тиҙәр. Әҙ генә ваҡыт аралашһаҡ та, уның маҡсатлы, ныҡышмал, сәмсел ише сифаттарҙы үҙ итеүе күҙгә ташланды.
– Мәктәптә уҡытыусыларҙың “бер ҡасан да бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма, һәр ваҡыт барыһын да алдан эшләргә кәрәк” тигән кәңәштәрен тоттом, киләсәктә лә шулай итәсәкмен, – ти үҫмер ҡыҙ. – Ысынлап та, имтихандарға алдан төплө әҙерләндем, IX кластан уҡ яҡынса бирелгән варианттарҙы даими ҡабатланым. Хәҙер сер түгел инде, һөйләргә ярай, көн дә өсәр сәғәтемде әҙерлеккә бүлә торғайным. Бындай юғары балға өмөт итмәгәйнем дә. Ни өсөн тигәндә, шул тиклем ауыр тема эләккәйне. Баҡтиһәң, ныҡ итеп тырышҡанда, барыһы ла уң килә.
Мәсетле районында сираттағы командировкала саҡта Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы лицейҙы тамамлаған Варвара Лешкова менән әңгәмәләштек. Ул рус әҙәбиәтенән имтиханды 100 балға биргән.
Оло Ыҡтамаҡ лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Хурамшина уҡыусыһы тураһында түбәндәгеләрҙе еткерҙе: Варвара бәләкәйҙән әҙәбиәт менән мауыға, шиғырҙар яҙа, китап уҡырға ярата, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүе – ентекле әҙерлек һөҙөмтәһе.
Варвара үҙе лә һөйләшеүгә еңел ҡушылды. “Әгәр ҙә уҡыуға етди ҡараһаң, уй-ниәттәрең тулыһынса тормошҡа аша. Билдәле, бындай юғары балл ете ҡат тирҙе сығара. Хыялым – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетында белем эстәү”, – тине ул.
Егеттәр ҙә был тәңгәлдә һынатмай. Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев һөйөнөсө менән уртаҡлашты:
– Һеҙгә бик яҡшы хәбәремде еткерергә ашығам, бөгөн химия буйынса Берҙәм дәүләт имтиханына йомғаҡ яһалды. Саҡмағоштоң 1-се урта мәктәбенән Денис Вәхитов юғары һөҙөмтә күрһәтте, үҫмер 100 балл йыйған. Егет мәктәптә яҡшы билдәләргә генә өлгәште, уҡыу алдынғыһы булды. Ул Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инергә йыйына. Денис Берҙәм дәүләт имтиханының ҡурҡыныс түгеллеген, тырыштарҙың һынауҙы еңел тапшырыуын билдәләне.
Бер нисә предметтан 100-әр бал йыйыусылар икеләтә шатландыра. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатынан Гөлназ Ишемғужина рус теленән һәм химиянан 100-әр балл туплаған. Гөлназ – ауыл ҡыҙы. Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылынан килеп, ошо гимназияла уҡыуын дауам иткән.
– Имтихандарҙың киләсәгемде хәл итеүен күптән аңлай инем, уҡытыусыларым менән дә, яңғыҙым да шөғөлләндем, – тине Гөлназ. – Химиянан 100 балға тапшырырым көн кеүек асыҡ ине, сөнки был предметты яратам, ул миңә ныҡ еңел бирелде. Ә бына рус әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныуым аҙаҡтан ғына барлыҡҡа килде, шулай ҙа уға ла етди әҙерләндем.
Әңгәмәсем документтарын бер нисә юғары уҡыу йортона, шул иҫәптән Мәскәү ҡалаһындағы вуздарға ла бирергә уйлай. Ата-әсәһе “Өфөнө һайла” тип кәңәш бирһә, үҙенең күңеле ситкә тартылыуын да йәшермәне.
Ата-әсәләрҙең борсолоуын аңларға мөмкин
Ике ҡыҙым Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы. Йәшермәйем, борсолоуҙар ҡаҙанында ҡайнаныҡ. Йәне булмағандар ғына яҡындарына битараф ҡалалыр. Әйтәләр бит, нәҡ ошо осорҙа БДИ тапшырған балаһына ҡарағанда, атай-әсәй айырыуса нығыраҡ тулҡынлана тип. Һүҙ ҙә юҡ, өлкәндәрҙең өҙгөләнеүен аңларға мөмкин. Һәр кем ғәзиз кешеһенең ниндәй ҙә юғары уҡыу йортона инеп, артабан белем эстәүен теләй. Ә БДИ-ның отошло яғы шунда: имтиханды бер тапҡыр ғына бирәһең.
Юлиәнең әсәһе менән осрашҡанда, Фирүзә Хәлилованың йөҙөндә шатланыуҙы ла, тулҡынланыуҙы ла күрергә мөмкин ине. Балаң һынау алдында торғанда, нисек янып-көймәйһең?
Фирүзә ханым белдереүенсә, ҡыҙҙары I кластан уҡ “5” билдәләренә генә өлгәшкән. Балалары өсөн бер ҡасан да йөҙө ҡыҙармаған. Яҡшы уҡығас, күңелендә имтиханды яҡшы бирәсәк тигән ышаныс йәшәгән. Шулай ҙа бындай шатлыҡлы хәбәрҙе көтөлмәгәнерәк тип ҡабул иткән.
– Юлиә беҙгә дан килтерҙе, – ти Фирүзә апай. – Улай ғына ла түгел, кәңәшсебеҙ ҙә, ярҙамсыбыҙ ҙа. Хатта ул юғары балл йыймаған осраҡта ла, барыбер ҙә ҡыҙыбыҙ менән ғорурланыр инек. Эйе, ул тәрән белемле, әммә вундеркинд түгел.
Айрат Фәтхисламов билдәләүенсә, ошо ҡатмарлы һәм яуаплы осорҙа балаға иң беренсе уңайлы шарттар тыуҙырыу зарур. Ҡыҙҙарының айырым дәрес әҙерләү бүлмәһе бар, уның тирәләй шаулау түгел, һөйләшергә лә ярамай хатта. Унда себендең осҡанын ғына ишетергә мөмкин. Бынан тыш, Айрат Вәлит улының кәләше ғәзиздәренә витаминдарға бай алма, груша, банан, йөҙөм, мандарин ише еләк-емеш ашатыуҙы отошло һанай.
Был турала психологтар нимә уйлай?
Юғарыла телгә алыуымса, әле Берҙәм дәүләт имтиханы өлкәһендә әҙме-күпме йомшартыуға юл ҡуйылды. Тәүге йылдарҙа ҡыҙҙарҙың эске кейеменә хәтлем үтеп инеп, металл-тикшергес менән шпаргалка эҙләһәләр, хәҙер ундай тупаҫ ҡыланышҡа юл ҡуйылмай. Шулай уҡ уларға коридорға йәки бүтән ергә сығып килеүҙе лә тыймайҙар.
– Бындай ҡаты тентеү “тантана иткәндә”, үҫмер белгән яуабын да дөрөҫ итеп яҙмаясаҡ, – тип аңлатма бирә балалар психологы Гөлйөҙөм Күсәрбаева. – Ҡаушау һәр саҡ хатаға юл ҡуйыусан. Беренсенән, уҡытыусылар уҡыусыға аттестат биреү-бирмәү менән янаһа, икенсенән, ата-әсәһе тарафынан балаһына ныҡлы баҫым яһала. Был осраҡта, ҡыҙ булһынмы ул, егетме, барыбер ҙә көсөргәнеш кисерә, сөнки бәләкәстәрҙең психикаһы ул осорҙа нығынып етмәгән була. Ә 17-18 йәшлек балаға күп кәрәкме? Һүҙ ҙә юҡ, БДИ кәрәкмәй түгел, кәрәк.
Шуны оноторға ярамай, Берҙәм дәүләт имтиханы – үҫмер алдында торған тәпәш кенә баҫҡыстарҙың береһе. Ә тормошта уларҙың һәр береһен әллә күпме һынау көтә. Иң мөһиме – киләсәктә бөтәһе лә ошо ҡаршылыҡтарҙы еңел йырып үтһен, кәртәләр алдында юғалып ҡалмаһын, һәммәһе лә уңышлы һәм бәхетле тормош ҡорһон!