Башҡортостан
+22 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыу йорттары ниндәй дәртләндереү саралары тәҡдим итә?

Һәләтле абитуриенттарҙы ҡыҙыҡтырыу һәм дәртләндереү маҡсатында республиканың юғары уҡыу йорттары беренсе курс студенттарына юғары стипендиялар булдырған.

Һәләтле абитуриенттарҙы ҡыҙыҡтырыу һәм дәртләндереү маҡсатында республиканың юғары уҡыу йорттары беренсе курс студенттарына юғары стипендиялар булдырған.


Өфө дәүләт авиация техник университеты Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырып уҡырға ингән­дәргә бер тапҡыр 100 мең һум түләй. Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған һәм призер булғандарға тәүге семестр дауамында 50 мең һум күләмдә стипендия тәғәйенләнә. Дөйөм балдары 250-нән юғары булған беренсе курс студенттары тәүге семестрҙа 10 мең һум күләмендә стипендия ала.


Башҡорт дәүләт университетында уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған һәм призер булғандарға – 50 мең, башҡа төрлө олимпиада еңеүселәренә 30 мең һум күләмендә стипендия тәғәйенләнә. Шулай уҡ уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә, мәҙәни-ижади һәм спорт эшмәкәрлегендә алдынғы булған студенттарға 5 меңдән 15 меңгәсә стипендия тәғәйенләнә. Уҡырға юғары балл менән ингәндәрҙе лә 3 меңдән 10 мең һумғаса стипендия көтә.


Башҡортостан дәүләт медицина университетында беренсе уҡыу йылында Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған һәм призер булғандарға – 20 мең, башҡа төрлө олимпиада еңеүселәренә – 15 мең, бер имтиханды 100 балға тапшырыусыларға 10 мең һум түләнә.


Өфө дәүләт нефть техник университетында беренсе курс студенттары араһынан Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған һәм призер булғандарға – 80 мең, башҡа төрлө олимпиада еңеүселәренә 50 мең түләү ҡаралған. БДИ буйынса дөйөм балы 250-нән юғары булғандарға 10 меңдән 15 мең һумғаса стипендия тәғәйенләнә. Ҡайһы бер йүнәлештәрҙә дөйөм балдар суммаһы 166 менән сикләнә.


М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы еңеүселәре һәм призерҙары – 20 мең, 2021 йылда Аҡмулла олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулағандар һәм БДИ буйынса уртаса балы 75-тән юғары булғандар 3 мең һум стипендия аласаҡ.


Башҡортостан дәүләт аграр университетында БДИ-ның дөйөм һөҙөмтәләре буйынса 190-дан 209-ға тиклем балл йыйып ингән беренсе курс студенттары – 11 мең, 210-дан юғарыраҡ балл менән инеүселәр 16500 һум стипендия аласаҡ. Шундай уҡ стипендия Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған һәм призер булғандарға ла тәғәйенләнә.


Фото: gazetaingush.ru


Автор:Г. ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне