Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Аҡмулла университеты – донъя кимәлендә танылған уҡыу йорто

Әле юғары уҡыу йорттарында ҡыҙыу мәл – абитуриенттар ҡабул итеү кампанияһы башланды. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, социология фәндәре кандидаты Салауат СӘҒИТОВ менән ошо көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. 

Аҡмулла университеты – донъя кимәлендә танылған уҡыу йорто

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты – республикабыҙҙа, хатта илебеҙҙә генә түгел, тотош донъяла алдынғы белем усаҡтарының береһе. Тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, был уҡыу йорто 1967 йылда асылған. Маҡсаты – Башҡортостан һәм күрше төбәк мәктәптәре өсөн юғары белемле уҡытыусылар әҙерләү. 2000 йылда уға – университет статусы, йәнә алты йылдан билдәле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың исеме бирелгән.

Әле юғары уҡыу йорттарында ҡыҙыу мәл – абитуриенттар ҡабул итеү кампанияһы башланды. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, социология фәндәре кандидаты Салауат СӘҒИТОВ менән ошо көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Салауат Тәлғәт улы, бөгөн Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы шаулап-гөрләп уҙҙы. Ә педагогия университеты ошо осорҙа ниҙәр менән шөғөлләнә, ниндәй мәшәҡәттәргә күмелгән?

– Ғөмүмән, күңелле мәшәҡәттәр солғанышында йәшәйбеҙ. Йәш белгестәргә дипломдар тапшырыу, абитуриенттарҙан документтар ҡабул итеү – шуға асыҡ миҫал. Университетта ҙур тантана булды – уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған студенттарҙы рәсми ҡотланыҡ. Әлбиттә, бөтә санитар-эпидемиологик талаптар, битлек кейеү, ҡулдарҙы махсус шыйыҡсалар менән йыуыу, дистанция һаҡлау – барыһы ла үтәлде. 312 ҡыҙ һәм егет (бакалавр менән магистратура бергә) оло тормош юлына аяҡ баҫты, киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын! Уларҙың һәр береһе һөнәре буйынса эшкә урынлашыр тип ышанам. Ғөмүмән, педагогия университетына йылдан-йыл көслөрәк абитуриенттар килә һәм уны тәрән белемле, маҡсатлы суденттар тамамлай.

– Фольклориада аша Башҡортостан бөтә донъяға танылды. Ҙур сарала һеҙҙең студенттар ҙа ҡатнаштымы?

– Әлбиттә, тырышып уҡыу, төплө белемгә ынтылыш, һис шикһеҙ, кәрәк. Шул уҡ ваҡытта йәштәр студент тормошонда ла бик әүҙем ҡатнаша. Әле телгә алыуымса, институт көслө тәржемәселәр әҙерләй, беҙҙә инглиз, француз һәм башҡа сит телдәрҙе тәрән өйрәнәләр. Башҡорт, рус, инглиз телдәрен берҙәй һыу кеүек эскәс, уларға аралашыуы еңел. 80 студентыбыҙ – фольклориадала ирекмән булды. Хәлдәрен даими һорашып торҙоҡ, барыһы ла ҡәнәғәт, һәр кем бурысына яуаплы ҡараны. Әйткәндәй, ШОС һәм БРИКС саммитына ла беҙҙең университет студенттары йәлеп ителгәйне.

– 2020/2021 уҡыу йылында һеҙҙә нисә студент белем алды?

– Университетта ошо уҡыу йылында 19400 егет һәм ҡыҙ белем эстәне. Беҙҙә бынамын тигән колледж бар, шул иҫәптән унда яҡынса 1800 бала иҫәпләнә. Шул иғтибарға лайыҡ, республикабыҙҙағы алдынғы биш колледж исемлегендә Башҡорт дәүләт педагогия университетының колледжы булыуы – ҙур ғорурлыҡ. Улай ғына ла түгел, Рәсәй педколледждары араһында иң ҙуры – беҙҙәге.

Көндөҙгө бүлектә 4400 студент уҡый, 5 мең ярым егет һәм ҡыҙ иһә ситтән тороп белем ала. Бынан тыш, университетта 150 аспирант иҫәпләнә. Өҫтәмә белем биреү институты эшләй, уны 7 мең тирәһе кеше тамамланы. Унда бынан ике-өс йыл элек 12 мең, хатта 13 мең кеше уҡый торғайны. Билдәле, уҡыусыларҙың кәмеүе пандемияға туранан-тура бәйле.

Башҡортостандан тыш, Рәсәй төбәктәренән – 600 һәм сит илдән 460 студент белем ала.

– Салауат Тәлғәт улы, Башҡорт дәүләт педагогия университетын һайлаусы абитуриенттарҙың күплеге, һүҙ ҙә юҡ, ҡыуаныслы күренеш. Ә бюджет урындары артамы?

– Сағыштырыу өсөн бер генә миҫал килтерәм. 2018 йылда университетта 583 бюджет урыны ине. Ә быйыл иһә ул 790 урынға тиклем барып етте, әле тик бакалавриат тураһында ғына һүҙ бара. Бынан тыш, 221 магистрантты бюджет урыны көтә. Өс йыл эсендә уның 40 процентҡа артыуы, республика етәксеһенең йәштәргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәте хаҡында һөйләй. 700 студентты ситтән тороп уҡыуға алыуҙы ла онотмайыҡ. Шулай итеп, тырыш һәм маҡсатлыларға бушлай уҡыу бәхете тәтейәсәк. Педагогия университетында 2020 йылда бер урынға 9,5 кеше тура килде, быйыл унан да күберәк булмаһа әле!?

– 2020 йылдың марты тарихҡа ныҡлап инеп ҡалды. Пандемияға бәйле, студенттар дистанцион уҡый башланы, ә педагогтар онлайн-дәрес биреүгә, хатта имтихан алыуға күсте. Өр-яңы эш алымына өйрәнеү ауыр булманымы?

– 2015 йылда уҡ беҙҙә ситтән тороп белем алған студенттар дистанциялы алымға күскәйне. Улар өс йыл ярым, дүрт йыл ярым уҡыһалар ҙа, Өфөгә сессия ваҡытында ике тапҡыр ғына килә торғайны. Эйе, ҡапыл үҙгәрергә кәрәк ине, тотош донъялағы хәл-торош ҡәтғи рәүештә шуны талап итте. Был тәңгәлдә беҙ әҙме-күпме тәжрибәгә эйә булғас, тиҙ генә эште көйләү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы. Пандемия башланғас та, башта техник яҡтан йыһазландырыу эшенә тотондоҡ, аҙаҡтан бүтән мәсьәләләрҙе хәл иттек.

– Республикабыҙҙа БДИ-ла 100 балл йыйған егет һәм ҡыҙҙарҙы дәртләндереү саралары күрелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыу алдынғыларына бер тапҡыр бирелә торған 150 мең һум аҡса тураһында белдерҙе. Моғайын, 100 балл алыусылар педагогия университетын да урап үтмәҫ...

– Республика етәксеһенең был туралағы Указға ҡул ҡуйыуын ишетеп һөйөндөк. Имтихандарҙа 100 балл йыйған балаларҙы ҡуш ҡуллап ҡабул итергә әҙербеҙ. Белеүебеҙсә, бындай дәртләндереү сараһы Башҡортостандағы Евразия ғилми-мәғариф үҙәгендә ҡатнашҡан юғары уҡыу йорттарына ғына ҡағыла. Ә Аҡмулла университеты тап уға ҡарай ҙа инде.

Дәртләндереү тигәндән, беҙҙә мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы еңеүселәренә һәм призерҙарына 20-шәр мең һум күләмендә стипендия түләнә. 2021 йылда Аҡмулла олимпиадаһының йомғаҡлау өлөшөндә еңгәндәргә һәм Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса уртаса балы 75-тән юғары булғандарға 3 мең һум стипендия бирелә. Әйтәйек, былтыр мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңгән дүрт бала нәҡ беҙгә уҡырға инде, быйыл да килерҙәр тип уйлайбыҙ.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тураһында һүҙ сыҡһа, ҡайһы берәүҙәр бында уҡытыусылар ғына әҙерләнә тип уйлап яңылыша. Дөрөҫ, эшмәкәрлек йүнәлештәренең 65 процент тирәһе мөғәллимдәр әҙерләүәг бәйле, бынан тыш, беҙҙә нанотехнология, генетика, IT, дизайнер, эколог, психолог йүнәлештәре буйынса белем эстәйҙәр. Ҡыҫҡаһы, университет – киң профилле уҡыу йорто.

– Һеҙҙә факультеттар бихисап, ә ҡайһыларына ҡыҙҙар һәм егеттәр күпләп килә?

– Беҙҙә филология белеме һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институтына йыл һайын абитуриенттар күпләп килә. Мәҫәлән, мәҙәни-ара коммуникациялар һәм тәржемә йүнәлешенә йыл да бер урынға 19 ғариза ҡабул ителә. Йәмғеһе 270 балл йыйған абитуриент ҡына бында уҡырға инә ала, тимәк, һәр предметтан 90 балл кәрәк.  

– Башҡорт филологияһы факультетына ниндәй үҙенсәлектәр хас?

– Башҡорт теленә өйрәткән юғары уҡыу йорто бүтән бер ерҙә лә юҡ. Улар Өфөлә генә бар – Башҡорт дәүләт университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Ниәт – был факультет иң яҡшыһы булырға тейеш. Шуға ярашлы эштәр башҡарылды, һәр йәһәттән дә яңыртылды, ремонт эшләү, матди-техник яҡтан йыһазландырыу һәм башҡа уй-ниәттәрҙе бойомға ашырыу – шуға асыҡ миҫал.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт, ошо факультетыбыҙ ике грант яуланы. Ситкә сыҡһаң, милләттәштәребеҙ башҡорт теленә өйрәткән ниндәй ҙәбулһа  сығанаҡты һорай. “Беҙ – үҙебеҙ башҡорттар!” тигән платформа эшләнек. Күптәнге хыялым ине ул. Унда башҡорт теленә өйрәтәбеҙ, лекциялар уҡыйбыҙ, мәғлүмәт бирәбеҙ. Икенсеһе “Остаз” тип атала. Стәрлебаш, Борай һәм Әбйәлил райондарын тиккә һайламаныҡ, сөнки өс төрлө диалект бар. Был проектҡа ярашлы, балалар баҡсалары тәрбиәселәрен заманса технологиялар менән эш итергә, яңы методикаға өйрәтәбеҙ. 2021 йылдың аҙағында балалар баҡсалары өсөн диалект китабын сығарырға уйлайбыҙ.

– Өфөлә Евразия ғилми-мәғариф үҙәге төҙөлдө, улай ғына ла түгел, Аҡмулла университетын ул үҙенең ҡанаты аҫтына алды...

– “Һеҙ – педагогия университеты, ә Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенә ниндәй мөнәсәбәтегеҙ бар?” тип ҡыҙыҡһыныусылар ҙа юҡ түгел. Беҙҙәге генетика кафедраһы асылыуға 25 йыл тулды. Бал ҡортоноң генетикаһы тип аталған йүнәлеште алып ҡарайыҡ. Ул Башҡортостан өсөн дә, Рәсәй төбәктәре өсөн дә мөһим. Бынан бер нисә йыл элек Көньяҡ Кореянан партнерҙарыбыҙ килде. Бал ҡорто саҡһа, серәкәй тешләгәндәй генә ҡабул итәбеҙ. Ә бына Корея кешеләре араһында үлем осраҡтары йыш теркәлә икән, сөнки беҙҙә бал ҡортоноң ағыуына ҡаршы тороуға һәләтле иммунитет көслө, ә уларҙа юҡ кимәлендә. Бына ошо йүнәлеште өйрәнәбеҙ. Йәнә бер нәмә: ул да булһа – нанотехнология. Университетта физика, математика, һанлы һәм нанотехнологиялар кафедраһы бар. Юғары иҡтисади мәктәп менән берлектә нанотехнологтар әҙерләйбеҙ. Шулай уҡ педагогика тармағы ла алға киткән.

– Заман менән бергә атлау маҡсатында һәр уҡыу йорто йыш ҡына ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр индерә. Киләсәктә абитуриенттарҙы ниндәй яңылыҡ менән ҡыуандырмаҡсыһығыҙ?

– Ысынлап та, быйылдан башҡорт филологияһы факультетында яңы йүнәлештәрҙең асылыуына нисек шатланмаҫҡа! Ул мотлаҡ белем усағының тарихында тороп ҡаласаҡ. 2021/22 уҡыу йылында ике профиль (башҡорт һәм рус телдәре) буйынса башланғыс кластар өсөн мөғәллимдәр һәм балалар баҡсалары өсөн тәрбиәселәр әҙерләй башлаясаҡбыҙ. 25 бюджет урыны ҡаралған.

Рәсми сығанаҡтар буйынса, бөгөн балалар баҡсаларына 200 тәрбиәсе етмәй? 

– Документттарын Башҡорт дәүләт педагогия университетына тапшырған студенттарға ниндәй теләктәрегеҙ бар?

– Мәрәкә осраҡтар теркәлеп тора. Кемдәрҙер ата-әсәһенең өгөтләүе буйынса “модный” юғары уҡыу йортона уҡырға инә лә, оҡшатмағас, бер семестрҙан һуң уны ташлай. Теләгем шул – йәштәр күңелдәре һөйгән уҡыу йортон һайлаһын, үҙҙәренә оҡшаған һөнәргә уҡыһын!

– Алдынғы юғары уҡыу йортоноң ректоры булыу өсөн ниндәй сифаттар хас?

– Иң беренсе үҙеңдең иңеңдә оло яуаплылыҡты тойоу. Киләсәкте хәстәрләү – өҫтөнлөклө йүнәлеш. Бер урында тапанмайбыҙ, киреһенсә замандан бер аҙым алда атларға тырышабыҙ. “Педагогия университеттарын үҫтерергә кәрәк!” тип Президент Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһендә әйтте. Әле илебеҙҙә 33 университет ҡалды, Рәсәй Мәғариф министрлығы ошо уҡыу йорттарын өс төркөмгә бүлде. 1-се категорияға ингәндәр, тимәк, алдынғы иҫәпләнә, ә унда Мәскәү, Сакт-Петербург, Түбәнге Новгород, Новосибирск ҡалаларының эре вуздары бар, шулар араһында беҙҙең Аҡмулла университетының да булыуы ҙур ғорурлыҡ!

– Һеҙ алыҫ юлдан – Кавказ тарафтарынан ҡайттығыҙ. Ул яҡтарға ниндәй елдәр ташланы?

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе булараҡ, бер төркөм туплап, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына сәфәр ҡылдыҡ. Кавказ һыртындағы Мостай Кәрим түбәһенә (тауына) менеп, VI Бөтә донъя фольклориадаһы әләмен ҡаҙаныҡ. Шулай итеп, аҡһаҡалыбыҙ Мостай Кәримдән ҙур сараны үткәреүгә фатиха алдыҡ. 17 саҡырым бейеклекте 13 сәғәттә үттек.

– Салауат Тәлғәт улы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!    

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Илдар Акьюлов