Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Бүләкләнгәндәр араһында Октябрьский мәктәптәре лә бар

“Һанлы белем биреү мөхите” проекты нигеҙендә “Иң яҡшы һанлы мәктәп” республика конкурсы үткәрелде.

Бүләкләнгәндәр араһында Октябрьский мәктәптәре лә бар

Республиканың Октябрьский ҡалаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Һанлы белем биреү мөхите” проекты нигеҙендә 26 апрелдән 23 июнгә тиклем Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты “Иң яҡшы һанлы мәктәп” республика конкурсын үткәрҙе.

 

Унда “Мәғариф ойошмаһының иң яҡшы сайты”, “Мәғариф ойошмаһының социаль селтәрҙәге иң яҡшы сәхифәһе”, “Иң яҡшы информатика кабинеты” номинациялары буйынса Октябрьскийҙағы 4-се Башҡорт гимназияһы, 8-се, 9-сы, 12-се, 13-сө, 17-се, 22-се урта һәм 19-сы коррекция мәктәптәренең педагогия хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Бәйге йомғаҡтары буйынса 13-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе “Мәғариф ойошмаһының иң яҡшы сайты” номинацияһында өсөнсө урын яуланы, 19-сы Октябрьский коррекция мәктәбе ике номинацияла призер булды. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла электрон сертификат тапшырылды, ә еңеүселәр һәм конкурс лауреаттары электрон дипломдар менән бүләкләнде.

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова