Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Ниндәй хоҡуҡтарҙы тормошҡа ашыра?

Башланғыс дөйөм, төп дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт белем стандарттары раҫланды.

Ниндәй хоҡуҡтарҙы тормошҡа ашыра?

Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцовтың бойороғона ярашлы, башланғыс дөйөм, төп дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт белем стандарттары раҫланған.

Яңы ФГОС Рәсәй халыҡтарының тел мираҫын һәм мәҙәни төрлөлөктө үҫтереүҙе, һаҡлауҙы тәьмин итә, туған телдәрҙе өйрәнеүгә, унда белем алыу мөмкинлектәренә, Рәсәйҙең күп һанлы халыҡтарының рухи ҡиммәттәренә, мәҙәниәтенә хоҡуҡты тормошҡа ашыра.

Уҡыу планы Рәсәйҙең дәүләт телен, шулай уҡ ил республикалары халыҡтарының туған телен, дәүләт телдәрен, шул иҫәптән рус телен туған тел булараҡ өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы тәьмин итә. Мотлаҡ өйрәнелә торған предметтар исемлегендә “Туған тел һәм туған телдә әҙәби уҡыу”, “Туған тел һәм туған әҙәбиәт” һаҡланған, уның сиктәрендә “Рәсәй республикаларының туған теле һәм (йәки) дәүләт теле”, “Туған телдә әҙәби уҡыу” кеүек предметтар, белем биреү ойошмаларының мөмкинлектәренә ҡарап һәм балаларҙың ата-әсәләренең ғаризаһы буйынса өйрәнелергә мөмкин.

Белем биреү ойошмалары төҙөгән уҡыу планы буйынса, балаларҙың этномәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, ата-әсәләрҙең һайлауы нигеҙендә ошо предметтар уҡытыла ала.

 

Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Илдар Акьюлов