Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Рухиәт уҡытылмай, тәрбиәләнә

Фото:З. Сәфәрғолованың шәхси архивынан

Элегерәк уҡытыусының миссияһы бик киң һәм ҙур мәғәнәгә эйә ине: ул дәрес өйрәтеүсе генә түгел, ә тормош һабаҡтарын да биреүсе, әйҙәүсе, остаз, өлкән дуҫ та булды. Бындай педагогтарҙы бөгөн ҡалалар, ауылдар, мәктәптәр буйлап эҙләп, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Һәм шундайҙарҙың береһе балалары менән бөтә республиканы геүләтә. Һүҙем – Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында башланғыс кластарға белем биргән Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы Сәфәрғолова тураһында. Был тынғыһыҙ уҡытыусы 37 йыл ғүмерен милләтебеҙҙең бәләкәй граждандарын тәрбиәләүгә бағышлаған. Уҡытыуға ғына түгел, ә тәрбиәләүгә!

Беренсе класҡа балалар йыйып алғас та, Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы уларҙың һәр береһенең ғәҙәтен, холоҡ-фиғелен, ғаилә хәлдәрен, һәләттәрен, ҡыҙыҡһыныу­ҙарын, мөмкинлектәрен ентекле өйрәнеп алып, тәнәйҙәрҙең үҙенсәлектәрен үҫтереү, уларҙа шәхес формалаштырыу хеҙмәтенә тотона. Баланың математиканы йәки рус телен яҡшы белеүе генә аҙ тәжрибәле педагог өсөн, уға аңлы, уйлай, фекерләй һәм маҡсатлы йәшәй ала торған индивидтар кәрәк.

Мәктәп тупһаһын аша атлап ингән балаларҙа берләшеү, коллектив булып ойоша алыу, бер-берең менән мөнәсәбәт ҡороу алымдарын үҫтереүҙең иң уңышлы юлы итеп класты төрлө шөғөлдәргә ылыҡтырыуҙы күрә. Был бергәләп спорт менән шөғөлләнеү, уйындар уйнау, түңәрәктәргә йөрөү, походтарға сығыу менән бер рәттән, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тыуҙырырлыҡ та булһын, тип уйлай Зөһрә ханым һәм был юлды таба ла. Ул уҡыусыларын уҡ атыуға ылыҡтыра. Һуңғы йылдарҙа республикала популяр булып киткән милли спорт төрө балаларҙың да күңеленә хуш килә. Унан башлана инде мәшәҡәттәр: уҡ-яндар барлап алыу, өйрәтеүсе яллау, кейемдәр йүнләү, күнекмәләр үткәреү, ярыштарға йөрөү... Әйткәндәй, Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы үҙе лә тирә-яҡ ҡатын-ҡыҙҙары араһындағы оҫта уҡсыларҙың береһе. 

– Уҡ атыу спорты – беҙҙең өсөн яңы, ялҡытмаған, ҡалыплашмаған шөғөл, балалар өсөн ул бигерәк тә ҡыҙыҡ, – тип һөйләй уҡытыусы. – Ошо өлкәгә ныҡлы тотонорға хәл иткәс, мәктәп базаһында милли яндан уҡ атыу клубы асып, уға “Аҡтайлаҡ” тигән атама бирҙек. Аҡтайлаҡ – Юрматы ырыуының ораны. Һәм бына ошо бәләкәс кенә балаларҙың, һәр еңеүҙән һуң яндарын юғары күтәреп, “Аҡтайлаҡ!” тип һөрән һалыуы – үҙе бер рухландырыр, әллә ниндәй ҡаршылыҡ­тарҙы еңдереп, алға әйҙәр күренеш. Бына шул тулҡында эшләйбеҙ ҙә. 

Уңыштары ла аҙ түгел был дүрт йыл эсендә “Аҡтайлаҡ”тарҙың. Район, республика турнирҙарынан урынһыҙ ҡайтмайҙар. 2019  йылда “Уғатар”, “Сармат уҡсыһы” конкурстарында, “Төньяҡ амурҙары” фестивалендә һәм башҡа миҙгел ярыштарында призлы урындарҙы бүлешәләр. Уларҙан тыш, Д. Крыловтың “Непутевые заметки”, Мексика телеведущийы Эпик Фонесканың “Терра Башкирия”, итальян алып барыусыһы Феде­ри­коның “Поедем, поедим” тапшырыу­ҙарында төшкәндәр. Йәш кенә уҡсылар, шулай итеп, ситтәргә милләттең киләсәк быуыны үрнәген күрһәткән. Шуларға өҫтәп, Зөһрә ханым үҙе 2020 йылда уҡ атыу буйынса Рәсәй чемпионатында һәм Рәсәй беренсе­легендә ҡатнашҡан.

Зөһрә Сәфәрғолова әйтеүенсә, бала­ларҙың шөғөлөндә ата-әсә лә ҙур роль уйнай. “Балаларының уҡыуҙан тыш ҡыҙыҡһыныуҙарына бөтөнләй битараф булғандарҙы өгөтләп, аңлатып, күндереп алырға тура килә. Бәләкәй класс уҡыусыларының ата-әсәһе үҙҙәре лә әле яңы утыҙҙы үткән йәш кешеләр. Уларҙың тормошҡа, бала тәрбиәләүгә ҡарашы ла бер яҡлы ғына булыуы мөмкин, тәжрибәләре лә самалы. Шунлыҡтан мин иң беренсе нәүбәттә ата-әсәләрҙе туплап, ылыҡтырып алырға тырышам. Ҡайһылары былай ҙа шәп, ҡайһыларына ололарса шелтә йәки кәңәш биреп тә алам, һәр хәлдә яҙылмай ҡалғандары, йөҙ борған­дары юҡ. Ата-әсәләр балалары менән бергә уйнарға ла тейеш. Был – бала үҫтереүҙәге иң мөһим факторҙарҙың береһе”, – ти тәжрибәле уҡытыусы. 

“Аҡтайлаҡ”ты йылдан-йыл байыта, команда төҫөнә керетә баралар. Уҡ-яндар, уларға тәғәйенләнешле һауыттар, бер иштән милли кейем. Әйткәндәй, ай үҫәһен көн үҫкән балаларға махсус тегелгән кейем, бигерәк тә аяҡ кейеме еткереп булмай. Шуға ла был тәңгәлдә яйлыраҡ, уңайлыраҡ варианттар эҙләү ҙә уҡытыусы фантазияһына инә. “Ата-әсәләр бер тәҡдимдән дә баш тартмай, сығымдарҙы күтәреп, балаларының мәнфәғәтен ҡайғыртып килә”, – тип маҡтай уларҙы Зөһрә ханым.

Бына ошондай уҡытыусы, тәрбиәсе, остаз менән мәктәбе лә, Ишембай ҡалаһы ла хаҡлы рәүештә ғорурлана ала, сөнки Зөһрә Сәфәрғолова кеүек балаларҙы милли традицияларҙа тәрбиәләүгә мөкиббән бирелгән, уларҙың үҙаңын уятыуға һәм үҫтереүгә көс һалған мөғәллимәләр, үкенескә ҡаршы, күп түгел. Бөгөнгө йәм­ғиәттә яҡшы эштәре менән билдәле бул­ғандар, ғәҙәттә, тап шундай уҡытыусыһы үрнәгендә үҫеүе, уға эйәреп маҡсаттарға ынтылыуы хаҡында һөйләй. Киләсәктә Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙының да бөгөнгө уҡсылары фиҙакәр уҡытыусыларын ҙурлап телгә алыр әле, сөнки рухиәт уҡытылмай, ул тәрбиәләнә.

- Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:Вадут Исхаков