Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Республиканың юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары артты

Башҡортостан юлдаш телеканалында “Ҡабул итеү кампанияһы-2021” темаһы буйынса уҙған тура эфирҙа ниндәй һорауҙарға яуап алынды?

Республиканың юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары артты

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Альберт Йәримов Башҡортостан юлдаш телеканалы студияһында “Ҡабул итеү кампанияһы-2021” темаһы буйынса тура эфирҙа халыҡтан килгән һорауҙарға яуап бирҙе. Һөйләшеүҙә шулай уҡ республиканың юғары уҡыу йорттары ректорҙары ла ҡатнашты.

Әле, билдәле булыуынса, мәктәпте тамамлаған йәштәр төрлө уҡыу йорттарына документ тапшыра башланы.

"Быйыл 2020 йылға ҡарағанда юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары артты, – тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Альберт Йәримов. – 2021 йылда республика юғары уҡыу йорттарында 13 785 бюджет урыны булдырылған - үткән йылға ҡарағанда ике меңгә күберәк. Был күрһәткес колледждарҙа ла артты - 2020 йыл менән сағыштырғанда, 368 урынға күп.

Альберт Йәримов билдәләүенсә, быйыл абитуриенттар өсөн яңылыҡтар бар. Хәҙер ҡабул итеү комиссиялары юғары уҡыу йортона уҡырға алынған абитуриенттарҙың исемлеген әҙерләгәндә элекке һымаҡ исем-фамилияларҙы күрһәтмәй. Алдан билдәләнгән һан ғына яҙыла. Улай ғына ла түгел, быйыл абитуриент документын бер юлы ун һөнәр буйынса биш юғары уҡыу йортона тапшырыу мөмкинлегенә эйә.

Башҡортостан ҡыҙҙары һәм егеттәре имтихандарҙа 100 балл йыйыу йәһәтенән илебеҙҙә алдынғылыҡты бирмәй. 2021 йылда ундайҙарҙың һаны 109-ға еткән, ә бишәүһе ике тапҡыр иң юғары балл йыйған. Бындай уңышҡа өлгәшкәндәргә, республика Башлығы инициативаһы буйынса, бер тапҡыр бирелә торған 150 мең һум аҡса ҡаралған.

Өҫтәүенә, Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яулағандарға өҫтәмә балдар ҡаралған. Шулай уҡ алтын миҙал алған егет һәм ҡыҙҙарға өҫтәмә балды һәр юғары уҡыу йорто үҙе айырым билдәләй.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, Ректорҙар советы рәйесе Салауат Сәғитов әйтеүенсә, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына бюджет урындары артыуы ҡыуандыра. Ҡабул итеү кампанияһына бар учреждениелар ҙа әҙер.

"Республикабыҙҙағы һәр юғары уҡыу йортонда талантлы, инициативалы йәштәр уҡый, – тине Салауат Сәғитов. – Мәҫәлән, БДПУ-ла ундан ашыу коллектив иҫәпләнә. “Студент яҙы” фестивалендә һәм башҡа барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашалар – был тәрбиәнең бер өлөшө".

Тура эфирҙа сығарылыш уҡыусылары ла, ата-әсәләр ҙә һорауҙар бирҙе. Уңай мөмкинлектән күптәр файҙаланды. Абитуриенттарға вакцина эшләтергәме-юҡмы икәне тураһында ла һораштылар. Альберт Йәримов билдәләүенсә, бәлиғ булмағандарға вакцина яһатыу кәрәкмәй, ҡабул итеү комиссияһында документын тапшырғанда был турала ҡағыҙ талап итмәйәсәктәр, бары тик битлек кейеү, ҡулды шыйыҡса менән сайҡатыу талап ителә, әлбиттә, кешеләр бер-береһенән бер метр алыҫлыҡта булырға тейеш.

Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, түләп уҡыған студенттарға билдәләнгән сумманы бүлеп түләү ҡаралған, бынан тыш, инде икенсе йыл рәттән хаҡтар күтәрелмәгән.

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин әйтеүенсә, был юғары уҡыу йортондағы энергетика факультетында бюджет урындары һаҡланған. Унда студенттарға юғары стипендия ҡаралған – 100 мең һумға хәтлем.

Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү комиссиялары июль аҙағына тиклем эшләйәсәк, ә августа абитуриенттарҙың ҡайҙа уҡырға ингәне билдәле буласаҡ.

 

Автор фотоһы.

Автор:Илдар Акьюлов