

Бөгөн киске сәғәт етенсе яртыла Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин БЮТ студияһында “Ҡабул итеү кампанияһы-2021” темаһы буйынса тура эфирҙа һорауҙарға яуап бирә. Һөйләшеүҙә шулай уҡ республика юғары уҡыу йорттарының ректорҙары ла ҡатнаша.
Башҡортостанда ҡыҙыу осор башлана. Мәктәптәрҙә имтихандар тамамланды, хәҙер ҡыҙҙар һәм егеттәр юғары уҡыу йорттарына документтар тапшыра.
Университеттың сайтында уҡырға ҡабул ителеү тураһында бойороҡто нисек табырға? Дөйөм ятаҡҡа нисек урынлашырға? Студентҡа уҡыу йортонда прививка яһатырға мөмкинме? Быйыл дистанцияла уҡытыу буласаҡмы? Ошо һәм башҡа бихисап һорауҙарға яуап биреләсәк.
Үҙ һорауҙарығыҙҙы әле үк ошо һылтанма буйынса инеп, комментарийҙарҙа ҡалдырырға мөмкин: https://vk.com/wall-27097047_258801. Яуап тура эфирҙа биреләсәк.
Һөйләшеүҙән ситтә ҡалмайыҡ.
Фото: ashkadar.rbsmi.ru