Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарын һайлағандарға – 150 мең һум!

Радий Хәбиров Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған ҡыҙҙар һәм егеттәр менән осрашты.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарын һайлағандарға – 150 мең һум!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған сығарылыш уҡыусылары менән осрашты. Республика етәксеһе ике предметтан 100-әр балл алған ҡыҙ һәм егеттәргә Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатын тапшырҙы һәм һорауҙарға яуап бирҙе.

Шул иғтибарға лайыҡ, һөйләшеү онлайн һәм офлайн форматта барҙы, 99 балл йыйғандар һөйләшеүгә видеоконференция аша ҡушылды.

– Һеҙҙең күп булыуығыҙ мине ҡыуандыра, һеҙҙең уңыштарығыҙ шатландыра, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙгә тап пандемия ваҡытында һәм коронавирус буйынса сикләүҙәр индерелгәндә уҡырға һәм имтихандар тапшырырға тура килде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һеҙ алға ҙур аҙымдар яһанығыҙ. Хәҙер тормошоғоҙҙа бер мөһим мәсьәләне хәл итеү зарур – киләһе көндәрҙә юғары уҡыу йорттарын һайлау тора. Күптәрегеҙ республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарын һайланы, ә ҡайһы берәүҙәр илебеҙҙең бүтән төбәктәренә юллана. Әгәр диплом алғандан һуң үҙебеҙҙең республикабыҙға ҡайтһағыҙ, бигерәк тә һөйөнөр инек. Әйткәндәй, Башҡортостан юғары уҡыу йорттарын һайлағандарға яҡшы дәртләндереү сараһы күрҙек – бер тапҡыр алына торған 150 мең һум премия биреләсәк.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, быйыл республикабыҙҙа бөтә предметтар буйынса ла БДИ-ла уртаса балл артҡан, шулай уҡ юғары балл алыусылар ҙа күбәйгән. 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Указы буйынса был премия БДИ-ла 100 балл йыйған һәм республиканың Евразия ғилми-мәғариф үҙәгендә ҡатнашҡан юғары уҡыу йорттарына ингәндәргә бирелә.  

– Беҙҙең Евразия ғилми-мәғариф үҙәге 2020 йылда федераль статусҡа эйә булды, – тине Радий Хәбиров. – Әле беҙ Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында Ҙур университет төҙөргә уйлайбыҙ. Был матди-техник базаны нығытыуға федераль аҡса йәлеп итеүгә, ғилми эшмәкәрлекте алға ебәреүгә, талантлы йәштәрҙе күтәреүгә булышлыҡ итәсәк.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Илдар Акьюлов