Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

“Уларҙы тыуған республикабыҙҙа һәр саҡ көтәбеҙ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйыусылар менән осрашыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙма ҡалдырҙы. 

“Уларҙы тыуған республикабыҙҙа һәр саҡ көтәбеҙ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйыусылар менән осрашыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙма ҡалдырҙы.

“Был йәштәргә еңел түгел. Күптән түгел генә дәүләт имтихандарына, сығарылыш кисәләренә бәйле ығы-зығы ине. Ә бөгөн улар – үҙаллы шәхес, артабан ҡайҙа барыуҙы, ниндәй һөнәр һайлауҙы, кем булыуҙы үҙҙәре хәл итергә тейеш. Иманым камил, улар бирешмәҫ.

БДИ-ла 100 балл йыйыу... Бының нимә икәнен белгәндәр сығарылыш уҡыусыларының ҡаҙаныштарына тейешенсә баһа бирер. Республикала 104 егет һәм ҡыҙ Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы. Бик шәп һөҙөмтә. 100 балды иң күп йыйғандар физиканан – 33 кеше, рус теленән – 22, информатиканан – 18 һәм химиянан – 14.

Биш кеше иң юғары балды икеләтә йыйған, улар илдең теләһә ҡайһы вузына уҡырға инә ала.

Сығарылыш уҡыусылары менән үҙебеҙҙәге уҡыу йорттары, республиканың ҡайҙа табан барыуы, йәштәрҙең нимә теләүе, ынтылыштары тураһында етди һөйләшеү булды. Әлбиттә, ҡайҙа уҡырға инеүҙе улар үҙҙәре һайлай. Үҙебеҙҙең вуздарға барырға теләһәләр, ҡыуанырмын. Беҙҙә байтаҡ йүнәлештәр буйынса белем кимәле юғары. Республикала нефть, авиация, аграр, медицина университеттары, классик вуз – БДУ бик көслө. Беҙ ижади һөнәрҙәр буйынса шәп белгестәр әҙерләйбеҙ.

Башҡортостанда студенттар һәм йәш белгестәр өсөн ярҙам күрһәтелә, бюджет урындары бар, ә быйыл федераль үҙәк ярҙамы менән улар ике меңгә артты. Маҡсатҡа ярашлы уҡытыу шарттары яҡшы.

Һәр хәлдә, Башҡортостан йәштәре ҡайҙа ғына уҡырға инмәһен, уларға үҙҙәренең һәләттәрен тулыһынса тормошҡа ашырыуҙы, күңелгә ятҡан һөнәр һайлауҙы теләйем. Ә беҙ уларҙы тыуған республикабыҙҙа, үҙебеҙҙә һәр саҡ көтәбеҙ”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

 

 

 

Фото: vk.com.

Автор:Лилия Давлетбакова