Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн “Аҡмулла” журналының беренсе һаны сығыуға – 110 йыл

Журнал 1911 йылдың июленән 1916 йылдың ғинуарына тиклем айына ике тапҡыр иҫке төрки телендә донъя күргән. Әле, Аҡмулланың 190 йыллығын билдәләүгә арналған сараларға ярашлы, журналды ҡайтанан баҫып сығарырға әҙерләйҙәр.

Бөгөн “Аҡмулла” журналының беренсе һаны сығыуға – 110 йыл

Башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Мифтахетдин Аҡмулла хөрмәтенә аталған журнал 1911 йылдың июленән 1916 йылдың ғинуарына тиклем айына ике тапҡыр иҫке төрки телендә сыҡҡан. Ул Троицк ҡалаһында нәшер ителгән.

Әле Аҡмулланың  190 йыллығын билдәләүгә арналған сараларға ярашлы, журналды ҡайтанан баҫып сығарырға әҙерләйҙәр.

“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исеме айырым мәғәнәгә эйә. Аҡмулланың ижади мираҫы әҙәбиәт һәм донъяға ҡараш тарихының тотош осорон билдәләй. Тап 14 декабрҙә, Аҡмулланың тыуған көнөндә, башҡорт теле көнө билдәләнеүе осраҡлы түгел. Рәсми рәүештә был дата 2019 йылда республика Башлығы указы менән билдәләнде”, – тине бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

“Аҡмулла” журналында башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ авторҙарының, шул иҫәптән билдәле башҡорт шағиры Ш.Бабичтың сатирик һәм юмористик әҫәрҙәре баҫылыр булған.  

Әлеге ваҡытта М.аҡмулл исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары “Аҡмулла! Журналының ике һаннын хәҙерге башҡорт теленә ауҙара.

Проект етәксеһе Айтуған Ҡуланчин әйткәнсә, журнал текстары хәҙерге башҡорт теленән айырыла. Улар ғәрәп графикаһында яҙылған, ғәрәп теленн һм иҫке төркиҙән ингән һүҙҙәр күп ҡулланылған.  

“Был сатирик журнал. Шуға ла авторҙар кинәйәле тел менән яҙған. Беҙгә, йәштәргә,  йыл элекке юморҙы аңлау ҡыйыныраҡ. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнәһе тарайған, – тип һөйләй айбулат. – Әммә студенттар тырыша, һүҙлектәр, шул осорҙоң баҫмалыры менән эшләйҙәр. Йөкмәткегә лә, мәғнәгә лә хидафлыҡ килмәҫ”.

Э.Айытҡолова һүҙҙәренсә, һуңғы быуат эсендә башҡорт теле күп үҙгәрештәр кисергән, уларҙың бөтәһе лә яҡшыға түгел. “Матбуғат кешеләрҙең аңына, донъяны ҡабул итеүенә йоғонто яһай, ул туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереүҙ алдынғы роль уйнай. “Медийыйын”да  республика баҫмаларының, милли матбуғаттың үҫеше тураһында һөйләштек. Туған телдә уҡыған, тыңлаған, ҡараған аудитория үҫтереү – балалар баҡсаларының, мәктәптәрҙең, матбуғат сараларының, йәмәғәт ойошмаларының дйөм бурысы”, – тип иҫәпләй Э.Айытҡолова.

Бөтәдонъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы рәйесе белем биреүҙең федераль дәүләт стандарттарындағы яңылыҡтар  менән дә таныштырҙы.  “Төбәктәрҙәге дәүләт телдәре һәм туған телдәр хәҙер уҡыу программаһының мотлаҡ өлөшөнә индерелде. Рәсәйҙең мәғариф миистры яңы ФГОС-тарҙы раҫланы. Улар Рәсәй халыҡтарының мәҙәни төрлөлөлөгн һәм тел мираҫын һаҡлау һәм үҫтереүҙе, туған телде өйрәнеүгә хоҡуҡты тормошҡа ашырыуҙы, туған телдә белем алырға мөмкинлекте тәьмин итә. Ата-әсәләрҙән ғариза булған осраҡта, әлбиттә”, – тине Э.Айытҡолова.

Мотлаҡ өйрәнелергә тейешле предметтар иҫәбендә “Туған тел һәм туған телдә әҙәби уҡыу” (башланғыс белем алыуҙа), “туған тел һәм әҙәбиәт” (төп дөйөм белем биреүҙә). Уға ярашлы “туған тел һәм (йәки) Рәсәй федерацияһының дәүләт теле”, “Туған телдә әҙәби уҡыу” кеүек уҡыу предметтары өйрәнелә ала.

Автор:Равиля Гатауллина