Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Данлы традицияларға тоғролоҡ һаҡлап

Әлшәй районының Ташлы ауылы мәктәбе – бер быуатлыҡ бай тарихҡа эйә белем усағы.

 Ул билдәле яҙыусы Рәйес Низамов, ғалим-фольклорсы Ниғмәт Шоңҡаров, дәүләт эшмәкәре Хәмит Мәүлийәров, әлеге көндә Әлшәй районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған Дамир Мостафин, Чечня һуғышы геройы Баян Нафиҡов, билдәле композитор Нурия Абдуллина, йырсы Рәфисә Әсәҙуллина һәм башҡа шәхестәрҙең исемдәре менән хаҡлы ғорурлана.

 Ташлы мәктәбе заманында район күләмендә ҙур ғына белем усағы һаналған. Бөгөн дә ике ҡатлы матур бина ауылға йәм биреп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултыра. Әммә замандың ҡатмарлыҡтары был төбәккә лә тәьҫир итмәй ҡалмаған: ауылда йәш ғаиләләр, балалар һаны кәмей. Мәктәп әле­гәсә тулы урта мәғариф учрежде­ниеһы һаналыуға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа X-XI кластар юҡ, сөнки балалар туғыҙынсыны тамамлап, эргәләге Бәләбәй, Аксен колледждарына, гимназия-интер­нат­тарға китеүҙе ҡулай күрә. Ташлы урта мәктәбендә күрше Таштүбә, Баязит, Үрнәк ауылдары балалары ла уҡый, уларҙы мәктәп автобусы йөрөтә.

Мәктәп директоры Зөһрә Миңнулла ҡыҙы Шәйәхмәтова, беҙҙе белем усағы менән яҡындан таныштырып, эшмәкәрлектәре хаҡында ихлас һөйләне. Коллективта туғыҙ уҡытыусы эшләй. Аҙ һанлы булыуҙарына ҡарамаҫтан, ике ҡатлы ҙур ғына бинаны һәм эргә-тирә биләмәне һәр ваҡыт төҙөк, бөхтә тоторға тырышыуҙары  күҙгә ташлана. Мәктәп алдынан уҡ беҙҙе йәшеллек, аллы-гөллө сәскәләр ҡаршы алды.

Быйыл IX класты дүрт уҡыусы тамамлаған. Улар барыһы ла, Төп дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, төп дөйөм белем тураһын­да аттестат алыуға өлгәшкән. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Байбулатова уҡыусылар­ҙың имтихандарға йыл дауамында маҡсатлы әҙерләнеүен билдәләне. Эльвира Фаил ҡыҙы – 26 йыл стажға эйә тәжрибәле, юғары категориялы уҡытыусы. Быйыл рус теле һәм әҙәбиәте буйынса район кимәлендә үткәрелгән “Йыл уҡытыу­сыһы” конкурсында финалға сығып, “Уҡытыуҙа төбәк компонентын ҡулланыу” номинацияһында еңеү яулаған.

– Һөнәремде яратам. Әлбиттә, бөгөн уҡытыусы булыу еңел түгел, әммә класҡа килеп инеп, дәресте башлап ебәрһәм, бар донъямды, бөтә ауырлыҡтарҙы онотам, – ти педагог. Ул шулай уҡ бөгөнгө заман балаларының китапты аҙ уҡыуы, шул сәбәпле телмәрҙәренең ярлылана барыуы тураһында ла әсенеп әйтте. Шуға күрә Эльвира Фаил ҡыҙы имтихандарға әҙерлән­гәндә уҡыусыларҙы әҫәр менән мөмкин тиклем яҡшыраҡ таныш­тырыуға, төплө анализ яһауға ҙур иғтибар бүлергә тырыша.

Әлбиттә, мәктәптең һәр уҡытыу­сыһы хаҡында маҡтау һүҙҙәре генә әйтеп булыр ине. Айырыуса спорт йәһәтенән әүҙем Ташлы педагогтары. Был йүнәлешкә заманында өс тиҫтә йыл дауамында ошо белем усағына лайыҡлы етәкселек иткән директор Радик Тимерхан улы Мостафин ҙур иғтибар бүлә. Бөгөн, уҡыусылар һаны ныҡ кәмеүгә ҡарамаҫтан, мәктәп коллективы данлы традицияларға тоғролоҡ һаҡларға, уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғылыҡты бир­мәҫкә тырыша, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа, мәҙәни сараларҙа, “Урал батыр” эпосы буйынса конкурстарҙа алдынғы урындар яулап тора.

14 июндән 4 июлгә тиклем мәктәптә “Йәйғор” тип аталған йәйге лагерь эшләгән. Балалар ике отрядҡа бүленеп, һәр көндө күңелле, ҡыҙыҡлы үткәргән. Әлеге ваҡытта мәктәп коридорҙары тынып ҡалған. Уҡыусылар йәй дауамында көс-дәрт туплай, ә етәкселек һәм уҡытыусылар коллективы белем усағын яңы уҡыу йылына лайыҡлы әҙерләү хәстәрлеген күрә: һәр ерҙә косметик ремонт яһала, берҙәм көс менән спорт залы өр-яңы төҫ алған.

Белем усағы директоры Зөһрә Миңнулла ҡыҙы менән мәктәптең һәм ауылдың киләсәге тураһында ла әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул йәштәр араһында эшсе һөнәр һайлаусы­ларҙың артыуын билдәләне. Үҙ көсөнә таянып, эшен асып, ауылда төпләнеүселәр ҙә юҡ түгел. “Үҫешкә өмөт бар. Күпләп хеҙмәт урындары барлыҡҡа килһә, йәштәр ауылда ҡалыр, балалар һаны ла артыр ине”, – тине директор ханым.

Әлбиттә, был изге теләктәрҙең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Быуаттар буйына үҙ төйәгенә тоғролоҡ һаҡлаған, ер ҡәҙерен белгән аҫаба башҡорттар йәшәгән Ташлы кеүек ауылдар, һис шикһеҙ, йәшәргә, гөрләргә, үҫергә тейеш. 

 

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.