Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Иғтибар: яңы сервис барлыҡҡа килде

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы яңы сервис аша тапшырырға мөмкин.

Иғтибар: яңы сервис барлыҡҡа килде

Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы яңы сервис аша тапшырырға мөмкин.

Шулай итеп, хәҙер “Юғары уҡыу йортона онлайн уҡырға инеү” сервисы ярҙам итәсәк. Был иһә “Һанлы иҡтисад” милли проекты ярҙамында мөмкин булды. Документтарҙы Башҡорт дәүләт, Өфө дәүләт нефть техник, Башҡортостан дәүләт медицина, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия, Башҡортостан дәүләт аграр университеттарына, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына тапшырырға була. Рәсәйҙәге 500 юғары уҡыу йорто ошо үҙенсәлекле хеҙмәткә тоташтырылған.

Документтарҙы тапшырыу өсөн башта Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә, уҡыуға инеү тураһындағы ғаризаны тултырырға, уға кәрәкле документтарҙы теркәргә - уҡырға ингәндә иҫәпкә алынған шәхси ҡаҙаныштарығыҙҙы раҫлаған скан йәки фотолар – кәрәк. Уҡырға инеү тураһындағы мәғлүмәтте лә Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетта белеп буласаҡ. Унда был хаҡта хәбәр ителәсәк. Ғаризаға үҙгәрештәрҙе 29 июлгә, документтарҙы ҡабул иткәнгә тиклем, индерергә була.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова