Башҡортостан
+22 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Имтиханда 100 балл алыусылар артҡан

Мәктәптәрҙә имтихандар тамамланды, үҙ сиратында, ҡыҙҙар һәм егеттәр юғары уҡыу йорттарына документтарын тапшыра башланы.

Фото:znanio.ru

 “Ҡайһы уҡыу йортон һайларға?”, “Ҡабул итеү комиссияһы ниндәй көндәрҙә эшләй?”, “Юғары уҡыу йортона инеү-инмәүең ҡасан билдәле була?”, “Юғары балл йыйыусыларға ниндәй ташламалар ҡаралған?”, “Үҫмергә вакцина эшләтергәме-юҡмы?” Ошо һәм башҡа һорауҙарға, ғөмүмән, “Ҡабул итеү кампанияһы-2021” темаһы буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһы студияһында ойошторолған тура эфирҙа республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Альберт Яримов яуап бирҙе. Һөйләшеүгә Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының ректорҙары ла ҡушылды.

Мәғариф һәм фән министры урынба­ҫары Альберт Яримов белдереүенсә, быйыл юғары уҡыу йорттарына бюджет урындары 2020 йылдағынан ике меңгә артҡан. Шулай итеп, 2021 йылда Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына 13 785 кеше дәүләт иҫәбенә белем алыуға ҡабул ителәсәк. Колледждарҙа ла бюджет урындары күп кенә, 2020 йыл менән сағыштырып ҡарағанда, 368 урынға артыҡ. 

– Быйыл абитуриенттар өсөн яңылыҡтар ҙа бар, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Альберт Марат улы. – Хәҙер ҡабул итеү комиссиялары белгестәре юғары уҡыу йортона уҡырға алынғандарҙың исемлеген әҙерләгәндә элекке һымаҡ исем-фамилияларҙы күрһәтмәй. Алдан билдәләнгән һан ғына яҙыла, шуның буйынса һәр кем үҙен “таный”. Улай ғына ла түгел, быйыл абитуриент документын бер юлы ун специальность буйынса биш юғары уҡыу йортона тапшырыу мөмкинлегенә эйә.

Шул иғтибарға лайыҡ: Башҡортостан үҫмерҙәре Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйыу йәһәтенән илебеҙҙә алдынғылыҡты бирмәй. 2021 йылда 100 балл алыусыларҙың һаны 109-ға еткән, ә биш үҫмер ике предметтан иң юғары балға өлгәшкән. 100 балл йыйып, Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән студенттарға бер тапҡыр 150 мең һум аҡса биреү ҡаралған, был Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. 

Бынан тыш, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеү яулағандарға ла балдар өҫтәлә, ә мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған егет һәм ҡыҙҙарға өҫтәмә балды һәр юғары уҡыу йорто үҙе айырым билдәләй.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов һөйләүенсә, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына бюджет урындары артыуы ҡыуандыра. Бөгөн республикабыҙҙың бөтә юғары уҡыу йорттары ла абитуриенттарҙан документтар ҡабул итергә әҙер, ҡабул итеү комиссиялары ағзалары бурыстарына яуаплы ҡарай. –

Республикабыҙҙағы бөтә юғары уҡыу йорттарында ла талантлы һәм инициативалы ҡыҙҙар һәм егеттәр уҡый, – тине Салауат Сәғитов. – Мәҫәлән, Аҡмулла университетында ундан ашыу коллектив иҫәпләнә. Студенттарҙың “Студент яҙы” фестивалендә әүҙем ҡатнаштылар. Ҡыҙ һәм егеттәрҙең мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуы – бик яҡшы тәрбиә алымы.

Альберт Яримов билдәләүенсә, бәлиғ булмағандарға вакцина яһатыу кәрәк­мәй, ҡабул итеү комиссияһында документын тапшырғанда был турала белешмә талап итмәйәсәктәр, бары тик битлек кейеү, ҡулды шыйыҡса менән сайҡатыу талап ителә. Әлбиттә, дистанция һаҡларға тейештәр. Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, коммерция нигеҙендә уҡыған студенттарға билдәләнгән күләмде бүлеп түләү мөмкинлеге бирелгән, бынан тыш инде рәттән икенсе йыл хаҡтар күтәрелмәгән.

Ректоры Олег Баулин әйтеүенсә, Өфө дәүләт нефть техник универси­тетындағы энергетика факультетында бюджет урындары һаҡланған. Юғары уҡыу йортонда студенттарға юғары стипендия ҡаралған, уның күләме – 100 мең һумға хәтлем. 

Абитуриент документтары күсер­мәһен (паспорт, СНИЛС, аттестат) “Дәүләт хеҙмәттәре” сайты йәки вуздың рәсми порталы аша бирә ала, почта аша ла ебәрергә мөмкин. Ә БДИ тураһында мәғлүмәтте юғары уҡыу йорттары федераль мәғлүмәт базаһы аша ала. 

Вуздарҙа ҡабул итеү комиссияһы июль аҙағына хәтлем эшләйәсәк, ә август айында абитуриенттарҙың ҡайҙа уҡырға инеүе билдәле буласаҡ.  

- Илдар АҠЪЮЛОВ.