Башҡортостан
+22 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

“Сириус” етәксеһе Өфөгә килә

Сәфәрҙең маҡсаты – Башҡортостанда мәғарифты комплекслы үҫтереү буйынса фекер алышыу.

“Сириус” етәксеһе Өфөгә килә

22-23 июлдә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы рәйестәше, “Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева эш буйынса Башҡортостанға килә.

Сәфәрҙең маҡсаты – “Сириус”тың төбәк селтәре эксперттары, ғилми берләшмә вәкилдәре, мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре менән Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында мәғарифты комплекслы үҫтереү, төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса фекер алышыу.

Шулай уҡ Елена Шмелеваның мәктәптәргә һәм лицейҙарға, дөйөм белем биреү һәм ғилми үҙәктәргә, республика юғары уҡыу йорттарына, атап әйткәндә, Өфө дәүләт нефть техник университетына, “Аврора” үҙәгенә, Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгенә барыуы, “МногодетОК” коммерцияға ҡарамаған автономиялы йәмғиәтенең ғаилә фестивалендә, “Фән һәм мәғарифтың йәш лидерҙары: Башҡортостан Республикаһында таланттар өсөн көрәш стратегияһы” стратегик сессияһында ҡатнашыуы күҙаллана.

Сәфәрҙә уның уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, педагогия колледждары директорҙары менән аралашыуы көтөлә.

 

Фото: bashinform.ru

Автор:Лилия Давлетбакова