Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Июль 2021, 20:50

“Уҡытыусы тәү сиратта балалар менән шөғөлләнергә тейеш”

Педагогтың иңенән бюрократик йөктө алып ташларға кәрәк.

“Уҡытыусы тәү сиратта балалар менән шөғөлләнергә тейеш”
“Уҡытыусы тәү сиратта балалар менән шөғөлләнергә тейеш”

Республика инженер лицей-интернаты директорының уҡыу-уҡытыу эше буйынса урынбаҫары Фәнүр Йәһүҙиндың фекеренсә, һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, уларға үҫешергә булышлыҡ итеү үҙәктәре балаларға ҙур ярҙам күрһәтә. Өфөлә “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге ошондай әһәмиәткә эйә. Ул ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән асылған “Сириус” Бөтә Рәсәй белем биреү үҙәге моделе буйынса эшләй.

22-23 июлдә Өфөгә “Сириус” етәксеһе Елена Шмелеваның килеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ул мәктәптәргә, лицейҙарға, дөйөм белем биреү һәм ғилми үҙәктәргә, шул иҫәптән “Аврора”ға ла барасаҡ.

“Һәр төбәктә тиерлек таланттарҙы үҫтереү үҙәктәре асыла. Ул беҙҙә лә бар. Был бик яҡшы йүнәлеш. Рәсәй кимәлендәге төп белем биреү үҙәге вәкиленең килеүе тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген бирәсәк. Уҡытыусылар бүтән төбәктәрҙең, Мәскәү, Сочи кеүек ҡалаларҙың нисек эшләүен күрәсәк. Бындай проекттар һәм таланттарҙы үҫтереү үҙәктәре балаларыбыҙҙың һәләтен асыуға булышлыҡ итә. “Сириус” Рәсәй кимәлендә балаларҙың талантын аса, һуңынан уларҙы халыҡ-ара конкурстарға әҙерләй”, – тине Фәнүр Йәһүҙин.

Ул Елена Шмелеваның уҡытыусыларҙың иңенән бюрократик йөктө алып ташлауға ҡағылышлы фекере менән килеште. Әлегә тиклем Елена Шмелева белем сифатын яҡшыртыу өсөн балаларға дөйөм белем биреү сиктәрендә көсөргәнеште кәметергә һәм уҡытыусылар иңенән бюрократик йөктө алырға кәрәк, тигән фекер белдергәйне. “Педагог тәү сиратта балалар менән шөғөлләнергә тейеш. Әлбиттә, журнал тултырыу, билдәләр ҡуйыу, эш программаһы, класс етәкселеге – кәрәкле йөкләмәләр, башҡа бурыстарҙы уҡытыусылар иңенә һалмау яҡшы. Педагог ике ставкаға эшләмәһен өсөн хеҙмәт хаҡын арттырырға кәрәк. Был йәһәттән республика етәкселеге лә, тотош Хөкүмәт тә эш алып бара. Яҡын киләсәктә педагог үҙенең төп эшмәкәрлеге, йәғни балаларға белем биреү менән генә шөғөлләнер тип ышанам”, – тине Фәнүр Йәһүҙин.

Фото: bashinform.ru/news

Сығанаҡ: bashinform.ru/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: