Бөтә яңылыҡтар

"Йәш педагогтар был хәлде айырыуса ауыр кисерә"

- Дәресте уҡыусылар үҙ фекерен асыҡтан-асыҡ белдерерлек итеп ойоштороу шарт, - ти Раил Әсәҙуллин.

"Йәш педагогтар был хәлде айырыуса ауыр кисерә"

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Яңы мәктәп” проекты төбәк координаторы Раил Әсәҙуллин: "Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше, “Сириус” үҙәге етәксеһе Елена Шмелеваның килеүе республика һәм ил өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ. Төбәккә - “Сириус”тың тәжрибәһен, ә үҙәккә Башҡортостандың талантлы балалар менән алып барған эшен күреү мөһим", - тигән фекерҙә.

"Республикала, башҡа төбәктәрҙән айырмалы, “Үҫеш нөктәләре” бихисап. Уларҙағы уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, айырыуса һанлы технологияларҙы үҫтереү йәһәтенән. Шуныһы ҡыҙғаныс: балалар һәм уҡытыусылар әле каникулда. Осрашыуҙар бик һөҙөмтәле булыр ине”, – ти Раил Әсәҙуллин.

Елена Шмелева, белем сифатын яҡшыртыу өсөн уҡытыусыларҙан бюрократик йөкләмәләрҙе алырға кәрәк, тигән фекер әйткәйне. Раил Әсәҙуллин “Сириус” үҙәге етәксеһе менән килешеүен белдерҙе.

“Педагогик мөхиттә бюрократия тураһындағы һөйләшеүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды. Проблема педагогик менеджментта, ә уҡытыусыларҙа түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡағыҙ тултырыу сәбәпле балалар менән шәхси эш аҡһай, уҡытыусылар үҙ компетенцияһын үҫтереү буйынса әүҙем эшләй алмай. Йәш педагогтар бындай хәлде айырыуса ауыр кисерә. Статистика күрһәтеүенсә, йәштәрҙең мәктәптән китеүе рейтингында бюрократия өсөнсө-дүртенсе урынды биләй. Унан алда – хеҙмәт хаҡы, эшмәкәрлектең социаль яҡтан тәртипкә һалынмауы һәм психологик көсөргәнеш. Балалар дәрескә ҡыҙыҡһыныу булмау сәбәпле арый, ятлауҙарҙан ялҡа. Дәресте асыштар менән байытып, уҡыусылар үҙ фекерен асыҡтан-асыҡ белдерерлек итеп ойоштороу шарт. Ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу – үҙе бөйөк педагогик оҫталыҡ”, – тине Раил Әсәҙуллин.

Фото: bashinform.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова