Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
22 Июль 2021, 17:00

"Бәләкәй ҡалаларҙағы мәктәптәргә лә субсидия кәрәк"

Бөгөн Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше, “Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева Башҡортостанға эшлекле сәфәр менән килде. 

"Бәләкәй ҡалаларҙағы мәктәптәргә лә субсидия кәрәк"
"Бәләкәй ҡалаларҙағы мәктәптәргә лә субсидия кәрәк"

Бөгөн Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше, “Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева Башҡортостанға эшлекле сәфәр менән килде. Осрашыуҙың маҡсаты – “Сириус”тың республика селтәренең мәғариф өлкәһе эксперттары, ғилми йәмәғәтселек вәкилдәре, мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре менән Башҡортостанда мәғарифты комплекслы үҫтереүгә бәйле тәҡдимдәр һәм сентябрҙә үтәсәк V “Уңышҡа юл” форумы буйынса фекер алышыу.

Эшлекле сәфәр барышында Е. Шмелева, ауыл мәктәптәрен субсидиялау программаһын кесе ҡалаларға ла йәйелдерергә кәрәк, тип белдерҙе. Һүҙ “Спорт – субсидия” программаһын тормошҡа ашырыу тураһында бара. Ул Рәсәйҙә 2014 йылдан алып эшләп килә. Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин Елена Шмелеванан был башланғысты күберәк учреждениеларға таратыуҙа ярҙам һораны.

“Бар тәҡдимдәрҙе лә Берҙәм Рәсәйҙең Халыҡ программаһына йыйырбыҙ. Бөтә мәктәптәргә лә инфраструктура һәм методик база кәрәк икәненә шик юҡ. Был мәсьәләлә мөмкин булған ярҙамды күрһәтербеҙ”, – тине Е. Шмелева.

Осрашыуҙы тамамлап, ул: “Мәғариф системаһы балаға белем бирергә генә түгел, уны өйрәтергә лә тейеш. Процесты тарҡатмай, өҙмәй генә. Был һәр баланың мөмкинлектәрен, талантын асырға ярҙам итә. Балалар үҙ-үҙеңде тотоу моделен, фекерләү ҡеүәһен ата-әсәйгә, педагогтарға ҡарап һайлай: балалар баҡсаһында, мәктәптә, юғары уҡыу йортонда. Бында, ошо балалар үҙәге миҫалында, беҙ уларҙы тормошҡа ашырыуҙың бөтә мөмкинлектәрен дә күрәбеҙ, – тине. – Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтында беҙ белем биреү процесын модернизациялау буйынса тәҡдимдәр йыйыуға тотош портал астыҡ. Улар барыһы ла Берҙәм Рәсәйҙең  халыҡ программаһына инәсәк. Уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе үҙҙәренең бөтә тәҡдимдәрен шунда ебәрергә саҡырам”.

 

Фото: Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: