Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
22 Июль 2021, 23:00

Эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе лә ҡаралды

“Сириус” үҙәге етәксеһе Елена Шмелева Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары менән осрашты.

Эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе лә ҡаралды
Эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе лә ҡаралды

Бөгөн Өфөгә эш сәфәре менән килгән “Сириус” үҙәге етәксеһе Елена Шмелева Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары менән осрашты, әңгәмә барышында юғары белем биреү сифаты тураһында ентекле һорашты.

Елена Шмелева билдәләүенсә, төбәктә үҫеш өсөн төрлө проекттар күп һәм милли белем биреү системаһына республика ҙур өлөш индерә. Уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыуға, һөнәри белем биреүгә йүнәлтелгән программаларҙы үҫтерергә, был юҫыҡта ныҡлап эшләргә кәрәк, тине.

"Төбәктәге университеттар биләмәне үҫтереү үҙәктәренә әүерелергә тейеш. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уларҙың һәр ҡайһыһына ярҙам күрһәтәсәкбеҙ", - тине Елена Шмелева.

Артабан юғары уҡыу йорто ректоры Олег Баулин менән берлектә ул Технология факультетының лабораторияһын ҡараны, технология буйына уҡытыу-методик дәрестәрен тыңланы. “Сириус” үҙәге етәксеһе мәғариф системаһында эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһынды, уны арттырыу ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы атҡарылырға тейеш, тип билдәләне.

Сығанаҡ: bashinform.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: