Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
22 Июль 2021, 19:30

Һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу системаһы яйға һалынырмы?

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты рәйестәше, “Сириус” мәғариф үҙәге етәксеһе Елена Шмелева мәғариф, фән ойошмалары вәкилдәре, мәҙәниәт, спорт эшмәкәрҙәре менән осрашты. 

Һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу системаһы яйға һалынырмы?
Һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу системаһы яйға һалынырмы?

Хәбәр итеүебеҙсә, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты рәйестәше, “Сириус” мәғариф үҙәге етәксеһе Елена Шмелева эш сәфәре менән Башҡортостанға килде.

Маҡсаты – “Сириус” мәғариф үҙәгенең төбәк-ара селтәре белгестәре, фән ойошмалары вәкилдәре, мәҙәниәт, спорт эшмәкәрҙәре менән Башҡортостандағы белем биреү үҫеше, сентябрҙә үтәсәк “Уңышҡа юл” V мәғариф форумы хаҡында һөйләшеүҙәр алып барыу.

Елена Шмелева бөгөн Рәсәйҙең мәғрифәтселек һәм балалар үҫеше амбассадоры булып тора, уның Башҡортостанға һәр эш сәфәре республикала яңы программалар төҙөлөүгә, урындағы башланғыстарҙы үҫтереүгә ярҙам итә.

Үрҙә телгә алған һөйләшеүҙә Елена Шмелева уҡытыусыларҙың оҫталығын камиллаштырыу программаларын яйға һалыу хаҡында ла һүҙ алып барҙы.

Ул Өфөнөң Калинин районындағы Дөйөм белем биреү үҙәге эше менән танышҡанда, уға уҡытыусылар педагогтар араһында һөнәри оҫталыҡты үҫтереүгә мохтажлыҡ хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. “Әлегә ошо йәһәттән яңы белем алыу буйынса яйға һалынған система булдырылмаған”, – тине улар.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин был мәсьәләнең күптән өлгөрөп еткәне хаҡында белдерҙе. “Белемле уҡытыусылар етмәй, күптәр оҫталығын үҙ тырышлығы менән камиллаштыра. Был һорауҙы федераль кимәлдә хәл итергә мөмкинлек тыуһа, һеҙгә бик рәхмәтле булыр инек”, – тип мөрәжәғәт итте ул Елена Шмелеваға.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты рәйестәшенең фекере буйынса, балаларҙы ла, уҡытыусыларҙы ла айырмайынса бер программа буйынса уҡытыу мөһим. Быға миҫал итеп ул “Сириус” үҙәгенең эш алымдарын атаны – был ойошма базаһында педагогтар өсөн оҫталыҡты камиллаштырыу курстары ойошторола.

Фото: Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: