Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
22 Июль 2021, 15:30

Тура бәйләнешкә мөрәжәғәт иткәндән һуң...

Өфөгә эш сәфәре барышында “Сириус” үҙәге етәксеһе һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты рәйестәше Елена Шмелева Өфө ҡалаһының Калинин районындағы З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһын ҡараны.

Тура бәйләнешкә мөрәжәғәт иткәндән һуң...
Тура бәйләнешкә мөрәжәғәт иткәндән һуң...

Өфөгә эш сәфәре барышында “Сириус” үҙәге етәксеһе һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты рәйестәше Елена Шмелева Өфө ҡалаһының Калинин районындағы З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһын ҡараны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тура бәйләнештә Өфөнән Константин Мөхәмәтйәров гимназия бинаһының торошо тураһында сығыш яһағайны.

Бөгөн, 22 июлдә, Елена Шмелева мәктәптең педагогик составы һәм уҡыусылар менән осрашты. Ата-әсәләр мәктәптәге ремонт хаҡында борсолоуын белдерҙе: йыл һайын тәҙрәләр ата-әсәләр тарафынан йылытыла. Ата-әсәләр спорт майҙансығының Инорс биҫтәһендә йәшәгәндәр өсөн йәлеп итерлек урын булыуы хаҡында белдерҙе. Бында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә йүгереү менән шөғөлләнә, спорт уйындарын уйнай, ошонда йөрөй. Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, инфраструктура ла ремонтлауға мохтаж. Елена Шмелева ҡала мөхитенең һәм өфөләрҙең буш ваҡытын уҙғарыу урыны үҫеше хаҡында ла әйтте һәм милли мәктәптең, үҙенең спецификаһын файҙаланып, мөхит үҫешенә булышлыҡ итеүе хаҡында белдерҙе. Әйткәндәй, барлыҡ теләктәр һәм мөрәжәғәттәр өсөн Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты платформаһы эшләй. Ул, Константин Мөхәмәтйәровтың мөрәжәғәтенә яуап биреп, ремонт эштәрен 1 сентәбргә тиклем планлаштырыуҙары хаҡында әйтте. Был мәсьәлә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәмәғәтселәре тарафынан контролгә алынған, хәлгә мониторинг үткәреләсәк. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың белдереүенсә, мәктәптәге тәҙрәләрҙең яртыһы алмаштырылған да инде, ә ҡалған эштәр тиҙ арала атҡарыласаҡ.

Елена Шмелева Черниковкалағы Пинский исемендәге инженер лицейында “Газпром межрегионгаз”, “Транснефть Урал” кластарында белем алғандар менән осрашты. Балалар үҙ проекттарын - "Газпром" предприятиеларындағы авариялы хәлдәрҙе оператив тапшырыу өсөн мобиль ҡушымта, скважина колоннаһын таҙартыу өсөн конструкция, ИВЛ аппараттарын тәшкил иткән элементтар булған 3D моделле битлектәрҙе – күрһәтте. “Сириус” үҙәге етәксеһе уларҙы ентекле тыңланы һәм проекттарҙың тормошҡа ашыраласағына өмөт белдерҙе.

 

Фото: “Башинформ”.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: