Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
22 Июль 2021, 22:00

Йәш проектлаусылар “Сириус” етәксеһе менән осрашты

“Мәскәү лицейҙары беҙҙең олимпиада призерҙарын баш ҡалаға саҡырып, үҙҙәренә күсергә тәҡдим итә, призлы урындар өсөн 100, 300, 500 мең һум күләмендә аҡса вәғәҙәләй. Уҡыусылар кластары менән китә. Беҙгә ни эшләргә?"

Йәш проектлаусылар “Сириус” етәксеһе менән осрашты
Йәш проектлаусылар “Сириус” етәксеһе менән осрашты

Бөгөн “Сириус” үҙәге етәксеһе Елена Шмелева Өфөләге “Аврора” белем биреү үҙәгендә йәш проектлаусылар менән осрашты.

“Аврора” үҙәге “Сириус” моделе буйынса төҙөлгән, бында яҡшы йыһазландырылған лабораториялар, махсус кластар бар.

Беренсе булып проектын Артур Халиҡов күрһәтте. Үҫмерҙең әйтеүенсә, лаборатор водород генераторы һыуҙа эшләй. “Һыу ҡойоп, ток ебәрәбеҙ, һыу водород һәм кислородҡа тейешле пропорцияла тарҡала. Уны двигатель өсөн яғыулыҡ итеп файҙаланырға мөмкин”, – тип аңлатты ул. Башҡалар ҙа үҙҙәренең проекттарын күрһәтте, Елена Шмелева уларҙы баһаланы һәм ғилми эштәрен практика менән нығытырға кәңәш бирҙе.

“Сириус” етәксеһе республика педагогтары менән осрашып, уларҙың мәғариф өлкәһендәге проблемаларын, фекерҙәрен һорашты. Рәсәй мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Александр Бугаев та уҡытыусыларҙың мөрәжәғәттәрен өйрәнде.

91-се гимназия уҡытыусыһы Андрей Носков үҙәктә үткәрелгән "түңәрәк өҫтәл"дә олимпиадала ҡатнашыусыларҙы әҙерләү һәм уларҙың еңеү яулағандан һуң республиканан китеүе мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итте. “Мәскәү лицейҙары олимпиада призерҙарын баш ҡалаға саҡырып, үҙҙәренә күсеү тураһында тәҡдимдәрен ебәрә, призлы урындар өсөн 100, 300, 500 мең һум күләмендә аҡса вәғәҙәләй. Уҡыусылар кластары менән китә. Бик күңелһеҙ тенденция. Ете йыл эсендә Бөтә Рәсәй олимпиадаһының алты призерын әҙерләнем, уҡытыусыларға ни эшләргә хәҙер?” – тине Андрей Носков.

Министр урынбаҫары Александр Бугаев был мәсьәләне контролгә алыуын белдерҙе. Уҡыусыларҙы олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусылар конкурс шарттарының һәр кем өсөн тигеҙ, шул иҫәптән финанс яғынан да үтә күренмәле булырға тейешлеген дә әйтте.

Фото: "Башинформ".

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: